Андрей Назаров тәҡдим ителгән редакцияла ҡарарҙы ҡабул итергә саҡырҙы. Премьер-министр Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетына башҡарма властың профилле органдары менән берлектә һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарын проект эшмәкәрлегенә йәлеп итеү буйынса саралар ойошторорға ҡушты.
Республика власть органдары менән федераль ведомстволарҙың һанлы трансформация мәсьәләләре буйынса үҙ-ара эш итеүенең аралыҡ йомғаҡтары Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында тикшерелде.
Республиканың башҡарма власть органдарының бер нисәүһе был эшкә әүҙем йәлеп ителгән һәм федераль коллегалары менән үҙҙәренең экспертизалары һәм эшләнмәләре менән уртаҡлаша.