Йәмғиәт
11 Апрель 2024, 08:00

1954 йылғы рецепт менән бешерәйек әле

Ябай ҙа, туҡлыҡлы ла был ризыҡ. Ә бит рецепты инде 70 йыл популяр.

1954 йылғы рецепт менән бешерәйек әле1954 йылғы рецепт менән бешерәйек әле
1954 йылғы рецепт менән бешерәйек әле

Был венгр ризығын беҙ күптән яратып ашайбыҙ. Ашханаларҙа ла ул популяр. Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй, унан ҡалһа, совет осоронда артыҡ өҫтәмәләрһеҙ, кешегә файҙалы ғына ризыҡтар тәҡдим иттеләр.

1954 йылғы гуляш рецебы:

Ингредиенттар:
1. Һыйыр ите 700 грамм
2. Башлы һуған 1 дана
3. Томат пастаһы 3 өймәләм аш ҡалағы
4. Һыу 800 миллилитр
5. Аҡ май
6. Көнбағыш майы
7. Лавр япрағы
8. Ҡара борос

Әҙерләү:
1. Башлы һуғанды ваҡ ҡына итеп турап, аҡ майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ ҙа көнбағыш майы өҫтәп ҡуябыҙ.  
2. Ваҡ итеп туралған һыйыр итеп өҫтәп, 20 минут ҡыҙҙырабыҙ.  
3. Иткә он һибәбеҙ ҙә тағы биш минут ҡыҙҙырабыҙ.
4. Һурпа йә һыу ҡушылған томат пастаһын өҫтәйбеҙ.
5. Тоҙ һибәбеҙ, лавр япрағы һәм ҡара борос өҫтәйбеҙ.      
6. Һүрән утта сәғәт ярым һауыттың ҡапҡасын ябып бешерәбеҙ.
7. Ит бешкәс, плитәнән алабыҙ.
8. Гуляшты өҫтәлгә картуф иҙмәһе менән бирергә була.

Айрат Нрумөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас