Йәмғиәт
11 Апреля 2024, 17:55

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе нисек йәшәй?

11 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Управдом” республика форумының пленар ултырышында ҡатнашты.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе нисек йәшәй?Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе нисек йәшәй?
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе нисек йәшәй?

Көн тәртибендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә актуаль һорауҙар ҡаралды. Уларҙы хәл итеүҙә муниципалитет етәкселеге, профилле министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, контроль-күҙәтеү органдары һәм башҡалар ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе үҙенең сығышында “Управдом” форумы биш йыл дауамында эксперттар менән диалог алып барыуҙың һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса мөһим майҙансыҡҡа әүерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тармаҡты үҫтереү сиктәрендә төбәктә йәмәғәт киңлектәрен һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереүгә, йорттарҙы комплекслы ремонтлауға айырыуса иғтибар бүленә.

– Бигерәк тә “Башҡорт ихаталары” республика программаһы халыҡҡа оҡшаны, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе республикала программаны тормошҡа ашырыу дауам итәсәген белдерҙе. Бының өсөн бюджетта тейешле финанслау ҡаралған. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге төп бурыстарға туҡталды. Улар иҫәбендә – ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар алдындағы бурысты кәметеү, идарасы компанияларҙың хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү, шулай уҡ коммуналь инфраструктураны артабан яңыртыу.

– Республикала коммуналь селтәрҙәрҙең өстән бер өлөшө алмаштырыуға мохтаж, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Тағы бер йүнәлеш – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән идара итеү һөҙөмтәлелеген арттырыу. Был муниципалитеттарҙың төп бурыстарының береһе булып тора.

– Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса торлаҡ-коммуналь хужалыҡты модернизациялау йәһәтенән бер нисә ҡарар ҡабул ителде. Был маҡсаттарға байтаҡ аҡса йүнәлтеләсәк. Федераль ярҙам менән был өлкәне нисек үҫтереү Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының, муниципаль идара итеү командаларының эшенә бәйле буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Сығыш аҙағында төбәк етәксеһе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә әүҙем эшләгәндәре өсөн форумда ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте һәм күп фатирлы йорттарҙы һәм ихата биләмәләрен ҡарау буйынса конкурс еңеүселәренә наградалар тапшырҙы.

Артабан ултырышта көнүҙәк мәсьәләләр – капиталь ремонт сифатын яҡшыртыу, “Бәләкәй скверҙар” төбәк программаһын булдырыу кеүек һорауҙар ҡаралды. Башҡортостан Башлығы был идеяны хупланы.

– Парктар һәм скверҙар булдырыу алдынан, ремонттар башҡарыу, мәҫәлән, күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын рәткә килтереү мөһим. Урамдарҙы төҙөкләндереү менән дә шул уҡ хәл: тәү сиратта үҙәк майҙансыҡтар һәм урамдарҙы рәтләргә кәрәк, – тине ул.

Төбәк етәксеһе учалыларҙың өмәләр үткәреү буйынса ыңғай тәжрибәһен миҫалға килтерҙе һәм урындағы халыҡҡа таҙа һәм тәрбиәле ихаталары өсөн рәхмәт әйтте.

Форумда ҡатнашыусылар шулай уҡ идара итеүсе компанияларҙың хеҙмәт сифатын яҡшыртыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Форумдың пленар ултырышында эксперттар күп фатирлы йорт рәйестәренең йорттар менән идара итеүгә, коммуналь инфраструктураны яңыртыуға һәм хеҙмәттәр өсөн түләү иҫәпләүгә ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе.

Пленар ултырышҡа йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларға әңгәмә өсөн рәхмәт әйтте һәм муниципалитеттарҙың, профилле министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың эшен халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә ҡорорға кәрәклеген тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө.

“Управдом” форумы тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә лә яҙған. “Унда ҡатнашыусылар менән бер ваҡытта ла еңел булмай. Беҙ был форумға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге проблемалар, үҙ йорттарының торошо хаҡында яҡшы белгән кешеләрҙе саҡырабыҙ. Йыл һайын улар менән осрашабыҙ, төрлө мәсьәләләрҙе тикшерәбеҙ, мөмкин булған ерҙә системалы ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ. Муниципалитет башлыҡтарынан кешеләр менән аралашыуҙарын, уларҙы ишетеүҙәрен, проблемаларына йәлеп ителеүҙәрен һорайым. Был – Президент ҡуйған иң мөһим бурыстарҙың береһе. Һәм беҙ ошо йүнәлештә эшләүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ”,– тигән төбәк етәксеһе.

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас