Баҡалы районының Ахман ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәзиф Сәхәбетдин улы Зәйнүков “Башҡортостан” гәзитенең Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ойошторған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында ҡатнаша.
Хәҙерге заманда ауылда ла тормош бер урында тормай – Ахман ауыл биләмәһендә бында йәшәгән һәм киләсәге булған кешеләр төп байлыҡ булып тора. Улар бик әүҙем булыуҙары менән дә һоҡландыра.
Бер нисә йыл элек ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү хыялда ғына була, ҡала менән ауыл араһындағы йәшәү сифатында айырма арҡаһында халыҡ ауыл еренән күсеп китә. Республика һәм ил властары хәлде үҙгәртә алды. Әлеге ваҡытта ауыл биләмәләрен үҫтереүгә комплекслы ҡараш ҡулланыла: юлдарҙы ремонтлауҙан, социаль объекттар төҙөүҙән тыш, газға тоташтырыу, ауылды күтәреүҙә төпкөлдө төҙөкләндереү мөһим роль уйнай. Һуңғы йылдарҙа ауыл биләмәләрендә яңы объекттар ҡалҡып сыға.
Ахман ауыл советы ауыл биләмәһе һуңғы ете йылда инициативалы бюджетлау программаларында әүҙем ҡатнаша. Тәжрибә күрһәтеүенсә, был программалар төҙөкләндереү өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҙур мөмкинлек бирә. Үткән йылдарҙа “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Ахман һәм Иҫке Балыҡлы ауылдары зыяраттарында яңы ҡоймалар ҡуйыла, Ахман дөйөм белем биреү мәктәбендә иҫке тәҙрәләр заманса пластик конструкцияларға алмаштырыла. “Беҙҙең ауыл” программаһы буйынса ике ауылда ла ике балалар һәм спорт майҙансығы булдырылған. “Реаль эштәр” программаһы буйынса Иҫке Балыҡлы ауыл клубының 50 йыллыҡ юбилейы айҡанлы яңыртыла. 2020 йылда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Ахман ауылында Иҙәш йылғаһы аша күпергә ремонт эшләнә. 2021 йылда Иҫке Балыҡлы ауылында Сөн йылғаһы аша күпер ремонтлана. 2022 йылда Ахман ауыл биләмәһендә янғын һүндереү һауыты өсөн модулле гараж барлыҡҡа килә, ә 2023 йылда Ахман ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә мемориаль комплекс төҙөлә.
Ахман ауылында “Яҡташ баҡалылар” йәмғиәтенең индергән өлөшө һөҙөмтәһендә музей реконструкциялана. Ҙур эш башҡарыла, музей үҙгәрә. Музейға Нәжиб Асанбаев һәм Даян Мурзин исеме бирелә.
2020 йылдың 6 июнендә Ахман ауыл биләмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфрендә була. Республика Башлығы бойороғо буйынса аҡса бүленгән һәм 2022 йылда Ахман ауыл мәҙәниәт йорто бинаһына капиталь ремонт үткәрелгән. Бина тыштан да, эстән дә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.
Ауылдарҙағы зыяраттарҙы даими таҙартып торалар, саған үҫентеләрен ҡырҡалар. Бер нисә йыл дауамында ауыл халҡы инициативаһы буйынса Ахман ауылында Изге бөйөк шәһит Димитрий Солунский ғибәҙәтханаһы төҙөлә.
2020 йылда “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһы, район хакимиәте етәкселеге ярҙамында һәм Башҡортостан Республикаһы булышлығында Ахман ауылында яңы заманса һыу үткәргес төҙөлә башлай. Халыҡты сифатлы һәм таҙа һыу менән тәьмин итеү өсөн заманса таҙартыу ҡоролмалары ҡуйылған. Бөгөн һыу менән бәйле ҡыйынлыҡтар онотолған.
Былтыр районда иғлан ителгән “Ҡойма” акцияһы сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Ахман ауыл советы ауыл биләмәһе халҡы унда әүҙем ҡатнаша: заманса материалдар ҡулланып, иҫке ҡоймаларҙы алмаштыралар, ремонт һәм буяу эштәре үткәрәләр, эргә-тирәләге территорияларҙы тәртипкә килтерәләр. Акция сиктәрендә ауыл советы хеҙмәткәрҙәре һәм участка хужалары көсө менән бөтәһе 1000 метр самаһы популяр "американка" стилендәге ағас ҡоймалар яңыртылған.
Йыл дауамында “Таҙа һыу”, “Тере шишмәләр”, “Рәсәй һыуы”, “Йәшел Башҡортостан” кеүек акцияларҙа ҡатнашалар. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Ахман ауыл биләмәһендә даими рәүештә ҡарағай, шыршы, емеш ағастары үҫентеләре ултыртыла. Ахман ауыл мәҙәниәт йорто биәлмәһендә “Хәтер аллеяһы”на нигеҙ һалына. “Тере шишмәләр” программаһы буйынса заманса беседкалар ҡуйыла.
– Бөтә башҡарылған эш иғтибарһыҙ ҡалмай. Беҙҙең ауыл биләмәһе 2019 йылда “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсының “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәрендә йәшәүселәр менән һөҙөмтәле бәйләнеште тәьмин итеү, территориаль йәмәғәт үҙидараһын үҫтереү һәм граждандарҙы урындағы үҙидараны башҡа формаларҙа тормошҡа ашырыуға (тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуға) йәлеп итеү” номинацияһында II категория (ауыл биләмәләре) призеры булды. Ахман ауыл биләмәһе өсөнсө урынды алды. Дәүләт наградаларын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит Улы Хәбиров тапшырҙы, – тип уртаҡлашты Ахман ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәзиф Зәйнүков.
Рәзиф Сәхәбетдин улы 2022-2023 йылдарҙа яугирҙәргә ярҙамды туплау һәм гуманитар конвойҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу сараларында әүҙем ҡатнаша, биш тапҡыр барып ҡайтҡан. Үҙе хәрби хәрәкәттәр ветераны булып тора, "Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәте өсөн" билдәһе менән бүләкләнгән.
Ғөмүмән, Ахман ауыл биләмәһе халҡы етәксенән уңған, Рәзиф Зәйнүковҡа алдағы эшмәкәрлегендә лә уңыштар насип итһен.
Фото: Рәзиф Зәйнүковтың ғаилә альбомынан.