Йәмғиәт
16 Апрель 2024, 16:15

Айыу малға тейә башлаған

Әлеге ваҡытта яңы йоҡонан уянған йыртҡыстар ас, малға ла, кешегә лә һөжүм итеүе бик ихтимал. Был хәл ҡайҙа булған? 

Айыу малға тейә башлағанАйыу малға тейә башлаған
Айыу малға тейә башлаған

Тирә-яҡ бер аҙ кибеп, мал-тыуар ҡырға сығып та өлгөрмәне, айыуҙар үҙ эшен башланы. Һуңғы көндәрҙә Ейәнсура яҡтарында тайыштабандарҙың айырыуса әүҙемләшеүе күҙәтелә.

Был видеояҙмала күренеүенсә, айыу тау итәгендә утлап йөрөгән малдарҙы баҫтырған. Видеоны төшөрөүсе һөйләүенсә, айыу башта һарыҡтарҙы баҫтырған. Хәүеф янауын тойған һыйырҙар ҙа ауылға ҡарай саба башлаған. Шулай уҡ Ҡарадигән, Юлдаш ауылдары янында урман хужаһы кешеләргә осраған.

Әлеге ваҡытта яңы йоҡонан уянған йыртҡыстар ас, малға ла, кешегә лә һөжүм итеүе бик ихтимал. Мал-тыуарығыҙҙы урман-ҡырға ебәргәндә, үҙегеҙ ҙә тәбиғәт ҡосағына юлланғанда һаҡ булығыҙ!

Фото: видеонан скриншот. 

Видео: Ейәнсура районы чатынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас