Йәмғиәт
16 Апрель 2024, 03:00

Табынға - парҙа бешкән перәник

Тиҙ генә әҙерләнгән ризыҡты балалар ҙа, өлкәндәр ҙә яратып ашар. Сәйегеҙ тәмле булһын!

Табынға - парҙа бешкән перәникТабынға - парҙа бешкән перәник
Табынға - парҙа бешкән перәник

Магазиндыҡына ҡарағанда күпкә тәмле һәм төрлө яһалма ҡушылмаларһыҙ ризыҡ. Бешереп ҡарағыҙ - барыһы ла яратыр.

Кәрәк буласаҡ:

ике йомортҡа,
бер стакан шәкәр (әҙерәк алырға мөмкин),
ике аш ҡалағы бал,
50 грамм иретелгән аҡ май,
бер балғалаҡ аш содаһы,
ике стакан он.

Бер стакан - 200 грамға тиң.

Йомортҡалар менән шәкәрҙе бергә туғырға ла, ҡалған ингредиенттарҙы ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға.
Майлы ҡулдар менән йомроҡастар әүәләргә. Манты бешерә торған кәстрүл эсенә ара ҡалдырып теҙеп сығырға. Перәниктәрҙе, манты бешергән кеүек, парҙа 30-40 минут ҡыҙарғансы тоторға.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас