Йәмғиәт
17 Апрель 2024, 04:00

42 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй

“Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында – Краснокама районынан Эльза Хәйертдинова. 

42 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй42 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй
42 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ойошторолған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында ҡатнашыусылар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Сираттағы конкурсантыбыҙ – Краснокама районының Сауыҙбаш ауыл биләмәһе башлығы Эльза Әхиәр ҡыҙы Хәйертдинова.

Эльза Әхиәр ҡыҙы сығышы менән – Сауыҙбаш ауылынан, йәғни ошонда тыуған, үҫкән, шәхес булараҡ та үҙен нәҡ тыуған ерендә тапҡан. Бына 42 йыл (!) инде ул Сауыҙбаш ауыл хакимиәтендә эшләй. Башта башҡарма комитетта секретарь эшен башҡара, был ваҡытта илдәге ҡоролош менән Коммунистар партияһы идара иткән була әле. Артабан 30 йыл эштәр идарасыһы була, ә инде ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуына быйыл 12 йыл.

– Ауылымдың һәм ауылдаштарымдың бөтә булмышын, бөтә тормошон белеп, аңлап эшләйем. Өс тиҫтә йыл дауамында эштәр идарасыһы булып эшләгәнгә күрә, ауыл хакимиәте вазифаһына өйрәнеп китеү, йәғни эште башлап ебәреү ауыр булманы, - ти Эльза Әхиәр ҡыҙы.

Биләмәлә барлығы өс ауыл иҫәпләнә, уларҙа меңгә яҡын кеше йәшәй. 2012 йылда, Эльза Әхиәр ҡыҙы хакимиәт башлығы булып һайланғанда, өс ауылдың береһендә генә газ үткәрелгән була. Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн байтаҡ ауырлыҡтар, мәшәҡәттәр аша үтергә тура килә башлыҡҡа һәм, ниһайәт, берҙәм тырышлыҡ менән 2016 йылда Сауыҙбаш һәм Сауыҙ ауылдары халҡы ла зәңгәр яғыулыҡлы була. 2013-2014 йылдарҙа Сауыҙбаш ауылына һыу ҙа индерелә.

- Үткәргән саҡта һыуҙың сифаты яҡшы ине, әммә төрлө сәбәптәр менән насарайҙы. Әле ошо мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эш алып барабыҙ. Һаҡлау һәм Сауыҙ ауылдарында уҙған быуаттың 80-се йылдарында һалынған һыу торбаларын алмаштырабыҙ, был эште махсус программаға ярашлы бүленгән аҡса иҫәбенә атҡарабыҙ, - ти хакимиәт башлығы.

Өс ауыл да үҙ-ара асфальт юл менән тоташҡан. Урамдар кискеһен яҡтыртыла. Ауыл эсендәге юлдар ҙа иғтибар үҙәгендә, улар ҡырсынташ түшәп тигеҙләнә.

2013 йылда Сауыҙбашта мәсет төҙөлгән. Был эштә бағыусы Салауат Исламовтың ярҙамы ҙур булған. Ауыл биләмәһендә ике мәктәп, балалар баҡсаһы, өс ФАП, өс китапхана, почта бүлексәһе, сауҙа нөктәләре эшләп тора.

Сауыҙбаштар “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”нда ла әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Ауылдарҙа зыярат ҡоймалары алмаштырылған, ике мәктәптә тәҙрәләр алмаштырылған, ФАП-тарға һәм клубтарға ремонт яһалған. Быйыл Сауыҙ ауылында урындағы паркты төҙөкләндерергә ниәтләйҙәр. Өс ауылда ла ил именлеге хаҡына һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелисктар бар, уларҙы һәр ваҡыт ҡарап, төҙөкләндереп торалар.

Сауыҙбаш ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияға юлланып, ил һағына баҫҡандар ҙа байтаҡ. Улар менән даими бәйләнеш булдырылған, ауыл халҡы ихлас күңелдән ярҙам итә, яугирҙәргә тип посылкалар әҙерләй. Ауыл биләмәһендә ике фермер хужалығы тотороҡло эшләп килә. Илдус Хәйертдинов менән Илдус Фәруҡшин, үҙ эшен лайыҡлы алып барыу менән бер рәттән, ауылдаштарына ла ихлас ярҙам итә. “Улар минең эшемдә иң ҙур ярҙамсылар, тиһәм дә, арттырыу булмаҫ”, - ти Эльза Әхиәр ҡыҙы. Шулай уҡ мәктәп директорҙары Ринат Мирсәлих улы, Флүрә Нурмөхәмәт ҡыҙы, клуб хеҙмәткәрҙәре Рита Бәхтиева, Фәйрүзә Абзалова, Рифҡәт Миңлекәев, Әнсәриә Гәрәева, депутаттар, старосталар менән дә бер уйлы, бер маҡсатлы булып эшләүҙәрен билдәләне ауыл хакимиәте башлығы.

Тормошта байтаҡ ауырлыҡтар аша үтергә лә тура килә Эльза Әхиәр ҡыҙына. “Яҙмыш һынауҙары алдында һынмаҫҡа ошо эшем ярҙам иткәндер, тип уйлайым”, - ти ул үҙе.

Бөгөн инде ул, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан эшен дәртләнеп дауам итә. Башлаған эштәрегеҙҙең осона сығырға, һөҙөмтәһен күреп шатланырға яҙһын, һәр ваҡыт ауылдаштарығыҙҙың оло хөрмәтен татып, яҡындарығыҙҙың һөйөүен тойоп йәшәгеҙ, тигән теләктә ҡалабыҙ Эльза Әхиәр ҡыҙына.

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ойошторолған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында Эльза Әхиәр ҡыҙы Хәйертдинова өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ.

Фотолар: Эльза Хәйертдинованың шәхси альбомынан.

42 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй
42 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй
42 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй
42 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй
42 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй
42 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй
42 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй
42 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй
42 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй
42 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй
42 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас