Йәмғиәт
17 Апрель 2024, 17:00

Беҙҙең туристар ҡамауҙа ҡалған...

 “Ҡалаға сығармайҙар, багаждарыбыҙҙы бирмәйҙәр, хатта ултырырға урындар ҙа етмәй”, – ти улар.

Беҙҙең туристар ҡамауҙа ҡалған...Беҙҙең туристар ҡамауҙа ҡалған...
Беҙҙең туристар ҡамауҙа ҡалған...

Кисә Башҡортостандан борт Дубайға юлланған. Самолетҡа ултыра башлаған ваҡытта капитан, баш ҡаланың аэропортын һыу баҫыу сәбәпле, Аль-Айн ҡалаһына ғына тиклем осасаҡтары тураһында хәбәр иткән.

Әлеге ваҡытта ҡамауҙа ҡалған пассажирҙар араһында бәләкәй балалар, оло кешеләр, йөклө ҡатындар ҙа бар. Улар әйтеүенсә, туристарҙы ҡалаға сығармайҙар, шулай уҡ багаждарын да бирмәйҙәр. 11 сәғәт эсендә ни бары һыу биреп, круассан ғына ашатҡандар. “Флай Дубай” авиакомпанияһы һәм аэропорт пассажирҙары менән бәйләнешкә сыҡмай, ҡунаҡханаларға урынлаштырмайҙар, хатта ултырырға урындар ҙа етмәй, тип хәбәр итә улар.

Яҡташтарыбыҙға иҫән-һау республикабыҙға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйек.

Фото: видеонан скрин.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас