Йәмғиәт
17 Апрель 2024, 13:50

Район башлығы ла, депутат та ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!

Йәмғиәтебеҙҙе алға әйҙәүсе көс улар

Район башлығы ла, депутат та ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!Район башлығы ла, депутат та ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!
Район башлығы ла, депутат та ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!

Иртәгә, 18 апрелдә, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзының отчет-һайлау конференцияһы үтә. Унда союздың идара ағзалары, район һәм ҡалаларҙан ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәре ҡатнашасаҡ. Ошо ҙур сара алдынан 27 йыл дауамында республика ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе вазифаһын башҡарған Рәшиҙә Солтановаға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт итттек.

- Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы, ҡатын-ҡыҙҙар  йәмғиәтебеҙҙә әһәмиәтле урынды биләй. Республика ҡатын-ҡыҙҙар союзының эшмәкәрлеге өлгөһөндә был хаҡта нимәләр әйтерһегеҙ?

-  Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙар пандемия осоронда ла, махсус хәрби операция ваҡытында ла ҙур эштәр атҡарҙы. Пандемия ваҡытында  “Минең өйөм, минең ҡәлғәм” тигән чат ойоштороп, өйҙән булһа ла эшебеҙҙе алып барҙыҡ. Хатта онлайн конференциялар ойошторҙоҡ.

Махсус хәрби операция башланғас та, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тәүгеләрҙән булып яугирҙәргә ярҙамға тотондо. Һалдаттарыбыҙға ойоҡбаштар бәйләне, маскировка селтәрҙәре үрҙе, кәрәкле әйберҙәр менән ылауҙар ебәрҙе һәм бөгөн дә улар әүҙем эшләй.

Красный Луч ҡалаһының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөп, матур эш башланыҡ. Яңы уҡыу йылына ошо ҡаланың мәктәптәренә бер миллион һумлыҡ әйберҙәр менән ярҙам иттек. Ручка-ҡәләмдән алып генераторҙарға тиклем  алдыҡ.

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы эшенең киң тармаҡлы булыуы ошондай сараларҙа ла сағыла. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары етәкселәре араһында 30 йылдан ашыу ошо бурысты атҡарғандар бар. Мәҫәлән, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Баҡалы, Иглин, Ҡалтасы, Нуриман райондарының ойошма рәйестәре. Яңылары килеүе лә беҙҙе ҡыуандыра. Мәҫәлән, Учалыла, Бөрөлә бик әүҙем яңы рәйестәр эш башланы.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәртәбәһе күтәрелә. Бик яуаплы вазифаларҙы ла теүәл итеп башҡаралар. Бөгөн дүрт районға ҡатын-ҡыҙҙар етәкселек итә. Район хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары араһында ла элек гүзәл заттар һирәк ине. Бөгөн алты ғына районда был вазифала гүзәл заттар юҡ. Ләкин был йүнәлештә эште алып барабыҙ. Шулай уҡ район советына депутаттар араһында ла ҡатын-ҡыҙҙар һанын арттырыу буйынса эшләйбеҙ.

Ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын биләгән  гүзәл заттарҙың бик әүҙем булыуын билдәләр инем. Улар бөтә яҡлап та тәртип урынлаштыра, эште ойоштора белә.

- Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын нимәләр борсой һәм алға ниндәй маҡсаттар ҡуйғанһығыҙ?

- Беҙҙе күп һорауҙар борсой һәм уларҙы хәл итеү буйынса йәнле эш алып барабыҙ. Мәҫәлән, тыуым мәсьәләһенә битараф ҡала алмайбыҙ. Беҙҙең республикала был йәһәттән иң яҡшы күрһәткес Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән райондарында. Баймаҡ районында ғына үткән йылда 495 сабый донъяға килгән. Ә бына иң аҙ тыуым Федоровкала, Йәрмәкәйҙә, Йылайырҙа күҙәтелә.

Ҡыҙҙарыбыҙҙы киләсәктә иң беренсе матур әсәйҙәр итеп күрәбеҙ. Уларҙы әсәй булыуға  әҙерләү буйынса үҙебеҙҙең проектты булдырғанбыҙ. “Буласаҡ әсәйҙәрҙең һаулығы” тип атала ул. Ун районда мәктәптәрҙә осрашыуҙарҙа булып өлгөрҙөк. Бик йылы үтте был саралар, үҫмер ҡыҙҙар һорауҙарҙы ла күп бирҙе. Бындай осрашыуҙарҙың кәрәкле булыуына инандыҡ. Шуға был проектты  артабан башҡа райондарҙа ла дауам итәсәкбеҙ.

Йәмғиәттәбеҙҙәге башҡа мөһим сараларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ. Тирә-яҡты таҙартыу, йәшелләндереү буйынса өмәләр башланып тора, уларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. ”Киләсәк быуын өсөн һыуыбыҙҙы һәм еребеҙҙе һаҡлайыҡ” тигән экологик акцияла быйыл да тирә-яҡты йыйыштырабыҙ, ағас ултыртабыҙ. Йәшәгән йәнтөйәгебеҙҙе үҙ ҡулдарыбыҙ менән йәмләйбеҙ.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Фото: “Йәншишмә” гәзите сайтынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас