Йәмғиәт
17 Апрель 2024, 19:30

Әлиә менән Ришат улдарының исемен әйтте

Исеме ниндәй булһа ла, иң мөһиме - һау, бәхетле булһын! 

Әлиә менән Ришат улдарының исемен әйттеӘлиә менән Ришат улдарының исемен әйтте
Әлиә менән Ришат улдарының исемен әйтте

10 апрелдә, ҙур байрам – Ураҙа ғәйете көнөндә, яратҡан йырсыларыбыҙ Әлиә һәм Ришат Төхвәтуллиндар әсәй-атай булды. Бер нисә көн элек сабыйҙы өйгә алып ҡайттылар.

Ә уларҙың фанаттарына йондоҙҙарҙың малайҙарына ниндәй исем ҡушыуы ҡыҙыҡ ине. Әлиә социаль селтәрҙәр аша, хәҙрәт исем ҡушҡас, хәбәр итербеҙ, тине. Һәм кисә исем билдәле булды.

Йәш атай-әсәй малайҙарына Әлим (Ғалим) исемен һайлаған.

“Әлим – ғәрәп теленән ингән ир-ат исеме. Тәржемә итһәң, ул “бар нәмәне белеүсе”, “белемле”, “ғалим” тигәнде аңлата”, – тип һөйләгән Ришат Төхвәтуллин “Челнинские известия” гәзите журналисына.

Сабыйға һәм уның ата-әсәһенә һаулыҡ теләйбеҙ. 

Фото "Челнинские известия" гәзите төркөмөнән.

Әлиә менән Ришат улдарының исемен әйтте
Әлиә менән Ришат улдарының исемен әйтте
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас