Йәмғиәт
19 Апрель 2024, 12:00

Һалдаттарҙың ризығына яҙһын

Этҡол мәсетендә  изге эш башҡарғандар

Һалдаттарҙың ризығына яҙһынҺалдаттарҙың ризығына яҙһын
Һалдаттарҙың ризығына яҙһын

Махсус-хәрби операциялағы яугирҙәрҙе халыҡ ярҙамынан өҙмәй. Яңыраҡ Ишембай районының Этҡол ауылы мәсетендә ауылдың уңғандары ит быҡтырып һалдаттарға күстәнәстәр әҙерләгән. “Хафизова” крәҫтиән-фермер хужалығы был изге эш өсөн бер баш йылҡы итен биргән. Уның бер  өлөшөн Аҙнай ауылы уңғандары эшкәртһә, ҡалғанын Этҡол гүзәл заттары быҡтырып банкаларға тултырып, ылау менән ебәрергә әҙерләп тә ҡуйған.

Изге теләктәр менән әҙерләнгән ризыҡтар һалдаттарыбыҙҙың ризығына яҙһын.

Фото: Этҡол ауылы чатынан.

Һалдаттарҙың ризығына яҙһын
Һалдаттарҙың ризығына яҙһын
Һалдаттарҙың ризығына яҙһын
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас