Заман башҡа – заң башҡа тип тиккә әйтмәгәндәр. Ваҡыт үткән һайын тормош та үҙгәрә, кешеләрҙең ихтыяждары ла артҡандан-арта бара. Был йәшәйешебеҙҙең барлыҡ өлкәләренә лә, шул иҫәптән төҙөлөшкә лә ҡағыла. Өфөләрҙең дә заманса парктарҙың, балалар майҙансыҡтарының, матур скверҙарҙың баш ҡалабыҙҙы биҙәүе хаҡында хыялланыуы тиккә түгел. Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙ күҙгә күренеп матурая.
Беҙ бөгөн шаһит булған баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә лә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр байтаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заманында бындағы парктарҙа ғәҙәти тәртип етмәй ине: биләмәләр ҡаралманы, сүп-сарға батҡан ине, күп урындарҙа ҡыуаҡлыҡ, ярылып, соҡорланып бөткән юлдар ине. Ә бит кешеләр матур, төҙөк, заманса парктарҙа ял итеү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш.
Хәҙер хәлдәр бөтөнләй икенсе: мәҫәлән, “Беренсе май” ял һәм мәҙәниәт паркы Калинин районы кешеләрен ныҡ ҡыуандырҙы. Был йәмәғәт майҙаны 1991 йылда ҡаланың “Мотор төҙөүселәр” мәҙәниәт йорто артында булдырылған. Орджоникидзе, Машина эшләүселәр һәм Черниковка урамдары ҡушылған биләмә ҡаланың төньяғында йәшәгән кешеләр өсөн иң яратҡан ял итеү урынына әйләнгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 2019 йылда ул яңыртыла башланы. Бында парктың үҙәге булған күл эргәһен төҙөкләндерҙеләр, уның тирәләй терраса таҡтаһынан эшләнгән юлдар һалып сыҡтылар. Һыу ятҡылығы уртаһындағы фонтан да яңыртылды.
– Заманында был урынды урап үтә инек. Хәҙер ҡустым менән даими киләбеҙ, ял итәбеҙ, саф һауа һулайбыҙ. Бер көн килмәһәң, хатта ҡыйын булып тора, – ти Рая Ивлеева.
Ҡыҙҙың әйткән һүҙҙәре – был эштәрҙең тиккә атҡарылмағанына асыҡ дәлил, сөнки проектлаусылар парктың барлыҡ йәшел үҫемлектәрен, йәйәүлеләр өсөн юлдарҙы һаҡлап ҡалған, йәнә бер нисәүҙе һалған. Бынан тыш, балалар майҙансығы ҙурайтылған, уйын һәм спорт зоналары өҫтәлгән. Уларҙың барыһына ла хәүефһеҙ резина япма түшәлгән. Проектҡа ярашлы, иҫке сәхнә яңыртылған. Хәҙер бында артистар өсөн йыл әйләнәһенә эшләйәсәк кейем алмаштырыу бүлмәләре лә бар. Паркта заманса яҡтыртыу системаһы ҡуйылған. Шулай уҡ инфомат булдырылған. Уның аша интернетҡа инеп, Өфөнөң иҫтәлекле урындары, маршрут транспорттары буйынса мәғлүмәт алып буласаҡ.
Халыҡтың үтенесе буйынса, оҙонлоғо 1,5 километр булған “Сәләмәтлек һуҡмағы” ла булдырылған. Ул гранит валсығы менән ҡапланған, шулай уҡ велосипедсылар өсөн дә юлы бар. Ғөмүмән, эштең барлыҡ күңекл һалынып атҡарылғаны күренеп тора. Һөҙөмтәлә заман талаптары буйынса төҙөлгән һәм шул уҡ ваҡытта уңайлы парк хасил булған.
- Элек бында килеп тә урамаһаҡ, хәҙер был парк йәнле аралашыу, хәл-әхүәл белешеү, яңылыҡтар менән уртаҡлашыу урынына әүерелдек, – тип белдерҙе бер төркөм хаҡлы ялдағы ирҙәр.
…Һүҙбәйләнешебеҙгә сит телдән килеп ингән “парк” һүҙе “ял итеү, йөрөү өсөн баҡса” тигән мәғәнәне аңлата. Баш ҡала парктарының да исеменең есеменә тура килә барыуы ҡыуандыра.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.