Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель , 18:50

Транспорт һалымынан азат иттеләр

Башҡортостанда 39 ярҙам сараһы ғәмәлдә

Транспорт һалымынан азат иттеләр
Транспорт һалымынан азат иттеләр

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Транспорт һалымы тураһында законға үҙгәрештәр индерҙе. Төбәк парламенты мәғлүмәттәре буйынса, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йәки уларҙың ғаилә ағзалары 2024 йыл өсөн транспорт һалымын түләүҙән азат ителә.

Төбәк парламенты Рәйесе Константин Толкачев аңлатыуынса, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары тип был закон контексында ир йәки ҡатын, ә никахта тормаған граждандарға был ҡағылмай, атаһы йәки әсәһе ҡарала.

– Ташлама бер транспорт сараһына бирелә – еңел һәм йөк автомобилдәренә, мотоциклдарға, мотороллерҙарға һәм башҡа үҙйөрөшлө транспорт сараларына, пневматик һәм гусеницалы йөрөшлө машиналарға һәм механизмдарға таратыла. Двигатель ҡеүәте һәм машинаның йәше мөһим түгел, – тип аңлатты Константин Толкачев.

Билдәләп үтергә кәрәк, әлеге ваҡытта Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 39 ярҙам сараһы ғәмәлдә. 2024 йылда был маҡсатҡа 6,1 миллиард һум ҡаралған, былтыр иһә 5,1 миллиард һум йүнәлтелгән.

Башҡортостанда булған бөтә ярҙам саралары тураһында ошо һылтанма аша белергә мөмкин: https://mintrud.bashkortostan.ru/activity/39324.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: