Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель , 20:00

Вахтасы ҡатындары һыр бирмәй...

Беҙ биш туғанбыҙ, улар араһында ла вахтасылар бар, ғөмүмән, бындай йәшәү рәүешенә күнегелде инде. Ирҙәр аҡса эшләй, беҙ, ҡатындар, геүләтеп донъя көтәбеҙ, балалар тәрбиәләйбеҙ, уҡытабыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ, хужалыҡты һүрелтмәҫкә тырышабыҙ. Әлбиттә, икешәр ай ситтә йөрәгән атайҙы балалар һағына, юҡһына, ти күп балалы әсә.

Вахтасы ҡатындары  һыр бирмәй...
Вахтасы ҡатындары һыр бирмәй...

Был юлы сәфәребеҙ Ишембай ҡалаһынан 12 километр алыҫлыҡта ятҡан Алаҡай ауылы тарафтарына төштө. Ҡышҡы сана ла, йәйге арба ла үткеһеҙ юлдар йонсотҡан, миҙгелдәр алмашынған мәл.

Күп балалы Вәлиуллиндар ғаиләһенең ике ҡатлы күркәм йорто ауылдың иң ситендә, Күл урамында булып сыҡты. Тарих биттәренә күҙ һалһаң, ауылға исем биргән, Сәскәкүл һәм Ереклекүл һыу ятҡылыҡтарына яҡын ерҙә төпләнгән Юлдашбай Алаҡаевтың ни өсөн тап ошо урынды үҙ итеүен аңларға була.1830 йылдар аҙағында 25 хужалыҡ булып, унда 193 кеше йәшәгән. Ошо бәләкәй генә ауылда 220 йылҡы, 172 һыйыр, 170-кә яҡын һарыҡ-кәзә аҫралған. Мал-тыуар аҫрау, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн дә ауыл, тәбиғәт шарттары уңайлы булған.

XXI быуатта социаль-иҡтисади хәл башҡаса. Йорт хужабикәһе Резеда Әлфәрит ҡыҙы әйтеүенсә, хәҙер ауылдаштарҙың байтағы ситтә эшләй, ире Рафаэль дә ишле ғаиләһен ҡарау, күберәк аҡса табыу өсөн вахта ысулы менән айҙар буйы ғаиләһен ҡалдырып эшкә сығып китә. “Беҙ биш туғанбыҙ, улар араһында ла вахтасылар бар, ғөмүмән, бындай йәшәү рәүешенә күнегелде инде. Ирҙәр аҡса эшләй, беҙ, ҡатындар, геүләтеп донъя көтәбеҙ, балалар тәрбиәләйбеҙ, уҡытабыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ, хужалыҡты һүрелтмәҫкә тырышабыҙ. Әлбиттә, икешәр ай ситтә йөрәгән атайҙы балалар һағына, юҡһына. Мин һыр бирмәҫкә тырышһам да, тормош иптәшеңдең айҙар буйы ғаиләгә йоҡмауы, хужалыҡ эштәрендә ир ҡулының етешмәүе ныҡ һиҙелә”, – ти күп балалы әсә Резеда Әлфәрит ҡыҙы.  

Ниндәй генә ҡаршылыҡтар тыумаһын, Вәлиуллиндар уларҙы  бергәләп, кәңәшләшеп еңергә өйрәнгән. Татыу ғаиләлә береһенән-береһе һөйкөмлөрәк өс ҡыҙ бала үҫә. Бындай матур “сәскә баҡсаһын” ҡоротмай, тәрбиәләп тороу өсөн ғаилә башлығына тырышмай сара юҡ. “Ирем ҡыҙҙарын яратып туя алмай, уларҙы ныҡ һағынып ҡайта, ваҡытын күберәк бүлергә тырыша. Иң өлкән ҡыҙыбыҙ Рияна – 6-сы, Эмилия 2-се класта уҡый, Әминәгә ни бары 2,5 йәш”, – ти әсә.

Резеда үҙе ошо ауылда тыуып үҫкән, Ишембайҙа уҡыған. Салауат ҡалаһында өс төрлө һөнәргә – ашнаҡсы, бухгалтер, секретарь һөнәрҙәренә эйә була. Шишмә егете Рафаэль менән ата-әсәһенә йорт төҙөгәндә таныша. Шунан бирле улар гел бергә. Егет зоотехник һөнәрен үҙләштерһә, яҙмышы уны төҙөлөш эше менән бәйләй. Йәштәр Алаҡайҙа ер алып, йорт һалырға ҡарар итә. Хәҙер инде был оло эштең дә осона сыҡҡандар.

– Беҙ ауылда йәшәүҙе өҫтөн күрәбеҙ. Бындай иркенлек, хозурлыҡ тағы ҡайҙа бар? Мал аҫрамаһаҡ та, ҡош-ҡорт тотабыҙ. Һыйыр аҫрау хәҙер рәхәт түгел, бесән әҙерләү өсөн техникаһы, буш ваҡыты кәрәк. Беҙҙең вахтасылар менән нисек мал-тыуар аҫрамаҡ кәрәк? Шулай ҙа егәрлеләр юҡ түгел ауылда, һыйыр һауып, һөт һатып йәшәгәндәр ҙә бар. Минеңсә, ауыл тирәһендә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш булһа, йәштәр һис тә ситкә китмәҫ ине, унда ла байлыҡты өйөп ҡуймағандар бит. Өҫтәүенә ҡайһы берәүҙәрҙең вахта менән эшләргә, ата-әсәһен яңғыҙы ҡалдырып китергә әмәле юҡ, – тип үҙен борсоған уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты Резеда.

Хөкүмәт тарафынан күп балалы ғаиләләргә күрһәтелгән ярҙамдан ғаилә тулыһынса файҙалана. Балалар баҡсаһы өсөн льготалы түләү, коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидия, һәр балаға 13 мең һумлыҡ берҙәм пособие – күп бала тәрбиәләгән ғаилә өсөн ҙур матди ярҙам. Әсәлек капиталын да йорт һалыуҙа уңышлы файҙаланғандар.

Резеда Әлфәрит ҡыҙы ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Алаҡай ауыл клубында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн селтәр үреүҙә, блиндаж шәмдәре эшләүҙә яҡташтары менән берҙәм булып, кәңәшләшеп эшләй. Тыуыр таңдарҙың тыныслығын, Ватанды һаҡлаусы яугирҙәрҙең иҫән-имен тыуған яҡтарына еңеү менән ҡайтыуын бөтә күңеле менән теләй күп балалы әсә. Ә донъя көтөүҙәге мәшәҡәттәр, көндәлек бурыстар һәм һынауҙар ҡурҡытмай, татыулыҡ булғанда, уларҙы тормош үҙе сисеп бирәсәк.

 

Ишембай районы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

“Ҡыҙҙарым-йондоҙҙарым миңә терәк”, – ти Резеда Вәлиуллина.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: