Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель , 12:00

Уй-маҡсаттарҙы бергәләп тормошҡа ашырабыҙ

 ти беҙҙең конкурста ҡатнашҡан Балаҡатай районының Үтәш ауылы хакимиәте башлығы Розалия Дилмөхәмәтова.

Уй-маҡсаттарҙы бергәләп тормошҡа ашырабыҙ
Уй-маҡсаттарҙы бергәләп тормошҡа ашырабыҙ

"Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы" конкурсының башланыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.

Бәйгелә Балаҡатай районының Үтәш ауылы хакимиәте башлығы Розалия Дилмөхәмәтова ла ҡатнаша. Конкурсанттар араһында Розалия Рәйес ҡыҙын күреү айырыуса ҡыуаныслы.

– Былтыр Апут ауылындағы мәктәптең территорияһын рәткә килтергәс, дөрөҫөрәге, ҡойманы тулыһынса яңыртҡас, ул хәҙер әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултыра, – тип һөйләй Розалия Дилмөхәмәтова. – "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында ҡатнаштыҡ, яҡташтарымдың әүҙемлегенә һоҡландым.

Үтәш ауыл хакимиәтенә Түбәнге Үтәш, Апут, Үрге Үтәш һәм Красный Пахарь ауылдары ҡарай. Розалия Рәйес ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, "Тораҡ пункттарҙа урамдарҙы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу" республика программаһы нигеҙендә бөтә ауыл урамдарына ла бағаналар ултыртылған, бөгөн 130 фонарь ауыл урамдарын яҡтырта. Бынан тыш Красный Пахарь ауылының клубында ла бик күп эштәр башҡарылған. Клубтың ишектәрен, тәҙрәләрен алмаштырыу шуға асыҡ миҫал.

– Иң мөһиме, халыҡ менән бергә-берегә аңлашып уй-маҡсаттарҙы тормошҡа ашырабыҙ, – ти Розалия Дилмөхәмәтова.

Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: