Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель , 21:05

“Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсы еңеүсеһе билдәле!

Һис шикһеҙ, уларҙың һәр береһе еңеүгә лайыҡ.

“Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсы еңеүсеһе билдәле!
“Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсы еңеүсеһе билдәле!

Иртәгә – 21 апрелдә урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан “Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” төркөмөндә инде өсөнсө йыл рәттән “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсын үткәрә.

Был юлы ла ун бер көн дауамында республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” исеме өсөн көрәште. Конкурс шарттары буйынса иң күп тауыш йыйған өс конкурсант еңеүсе тип таныла.

Һис шикһеҙ, уларҙың һәр береһе еңеүгә лайыҡ, әммә бәйгенең – үҙ ҡағиҙәләре, еңеүсе итеп өс кеше һайлап алына.

Шулай итеп, "Башҡортостан" гәзите ойошторған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында https://vk.com/app7198399_-104965500#poll66154fb6e706932c1712b2fd 

Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Ғибәтова I урын яуланы!

Баҡалы районының Ахман ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәзиф Сәхәбетдин улы Зәйнүков - II урын 

Дәүләкән районының Соколовка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әхтәм Камалетдин улы Шәрәфетдинов III урын алды.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: еңел булмаған бәйгелә тәүге көндәрҙән үк яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, алға сыҡҡан конкурсантыбыҙ – Шаран районының Дүртөйлө ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ләйсән Ғибәтова аҙаҡҡа тиклем алдынғылыҡты бирмәне, уға яҡташтары ла, райондаштары ла дәррәү ярҙам итте.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Улар хаҡында "Башҡортостан" гәзите биттәрендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәр “Башҡортостан” гәзитенең дипломы менән бүләкләнәсәк.

Хөрмәтле ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары, конкурсанттарыбыҙ һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Еңел булмаған тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар, яңы үрҙәр һәм еңеүҙәр теләйбеҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

“Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсы еңеүсеһе билдәле!
“Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсы еңеүсеһе билдәле!
“Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсы еңеүсеһе билдәле!
“Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсы еңеүсеһе билдәле!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: