Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель , 15:00

“Һауығып ҡайт, егет!”

Данилды санавиация менән Өфөгә дауаханаға алып килделәр.

“Һауығып ҡайт, егет!”
“Һауығып ҡайт, егет!”

Апрель башында Асҡын районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә йәш мотоцикл йөрөтөүсе Данил В. зыян күргән ине. Бөгөн егетте санавиация ярҙамында артабан дауаланырға баш ҡаланың Ҡыуатов исемендәге балалар клиник дауаханаһына оҙаттылар.

Асҡын районы дауаханаһының баш табибы Вадим Ғәләүетдинов егеттең тиҙ һауығыуына ышана.

- Авариянан һуң егетте беҙҙең дауаханаға алып килделәр. Уның һөйәктәре һынған. Тәүге осорҙа Данилды ҡайҙалыр ебәреү мөмкинлеге юҡ ине, шуға баш ҡаланан махсус табиптар бригадаһы килеп, уны ҡараны. Артабан дауалау һәм транспортировкаға әҙерләү буйынса кәңәштәр бирелде. Биш көн эсендә егетте осоуға әҙерләнек. 40 минут эсендә вертолет уны Өфөгә алып барып та еткерәсәк.

Асҡындан вертолет менән икенсе пациентты дауаханаға оҙатабыҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән санавиация өсөн вертолеттар йәлеп итеү дауаханалар өсөн дә, пациенттар өсөн дә бик уңайлы. Ашығыс ярҙам кәрәк булғанда, вертолет шунда уҡ ебәрелә. Данил өсөн уны махсус саҡырттыҡ, сөнки егетте ике сәғәт реанимация машинаһында һелкетеп алып барыу мөмкин түгел, ул һыҙлана. Егеттең һөйәктәре уңалып, тиҙерәк ҡайтһын тип теләйбеҙ, - ти Вадим Фәнил улы. Баш табиптың теләктәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ!

Автор фотоһы һәм видеоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: