Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель , 17:50

Бөгөн – Урындағы үҙидара көнө

"Улар урындағы халыҡты нимә борсоуын яҡшы белә, теләһә ниндәй мәсьәләне хәл итеү, һәр башланғысты тормошҡа ашырыу улар менән аралашыуҙан башлана", - тип яҙҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. 

Бөгөн – Урындағы үҙидара көнө
Бөгөн – Урындағы үҙидара көнө

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә яңы яҙма менән уртаҡлашты.

“Бөгөн Урындағы үҙидара көнө билдәләнә. 1785 йылдың 21 апрелендә императрица Екатерина Рәсәй империяһы ҡалаларының хоҡуҡтары һәм файҙаһы тураһында Грамота сығара. Документ уларҙа йәмәғәт тормошо ҡоролошон, идара итеү органдарын һайлау тәртибен, ҡала төҙөлөшө нормаларын һәм халыҡтың хоҡуҡтарын билдәләгән.

Тарихтан билдәле булыуынса, ҡала халҡы хужалыҡ һәм административ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә был грамотаға ҡул ҡуйғанға тиклем күпкә алдараҡ –Боронғо Русь осоронда уҡ ҡатнаша башлай. Мәктәп программаһынан беҙ Бөйөк Новгородта ла, Псковта ла, Владимирҙа ла, Суздалдә лә халыҡ йыйындары булғанын беләбеҙ. Башҡорттарҙың да үҙҙәренең үҙидара формаһы булған. Аҡһаҡалдар даими рәүештә халыҡ йыйындары йыйған. Унда һуғыш йәки тыныслыҡ мәсьәләләре, ырыу биләмәләренең сиктәре тикшерелгән, биләмәләр бүленгән.

Республикабыҙҙа 900-гә яҡын муниципаль берәмек бар, был – илдә иң ҙур күрһәткестәрҙең береһе. Урындағы үҙидара органдарына бик күп һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итәләр: торлаҡ-коммуналь проблемаларҙы хәл итеү, инфраструктура, йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү, урамдарҙың исемен билдәләү, мәҙәни саралар үткәреү һәм башҡалар. Муниципаль власть кешеләргә яҡыныраҡ тора. Халыҡ ихтыяжы – уның көндәлек хәстәрлеге. Шуға күрә урындарҙа эш тәжрибәһенә эйә булған етәкселәр һәм белгестәр - айырыуса ҡиммәтле идара итеү кадрҙары. Улар урындағы халыҡты нимә борсоуын яҡшы белә, теләһә ниндәй мәсьәләне хәл итеү, һәр башланғысты тормошҡа ашырыу улар менән аралашыуҙан башлана.

Хөрмәтле муниципаль хеҙмәткәрҙәр! Байрам менән ҡотлайым! Эшегеҙ ҡатмарлы, әммә бик кәрәкле. Һеҙгә ныҡлыҡ һәм һаулыҡ, маҡсатлы булыуығыҙҙы, әүҙем позицияны һаҡлауығыҙҙы, кешеләр менән асыҡ, ышаныслы диалог алып барырға әҙер булыуығыҙҙы теләйем. Уңыштар һеҙгә!

Сығанаҡ: vk.com/agnazarov

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: