Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель , 19:00

Байрамығыҙ менән, муниципаль хеҙмәткәрҙәр!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы. 

Байрамығыҙ менән, муниципаль хеҙмәткәрҙәр!
Байрамығыҙ менән, муниципаль хеҙмәткәрҙәр!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

“Хөрмәтле дуҫтар!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Урындағы үҙидара көнө менән ҡотлайым!

Хеҙмәтегеҙ ҡала һәм ауылдарыбыҙ үҫешенә, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға тос өлөш индерә. Юлдарҙың, коммуналь һәм транспорт инфраструктураһының торошо, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм урындағы әһәмиәттәге башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү һеҙҙең ҡарарҙарға, оператив һәм яйға һалынған эшмәкәрлегегеҙгә бәйле.

Күптәрегеҙ өсөн был эш – йәшәү асылы. Урындағы үҙидара органдарының бөтә хеҙмәткәрҙәренә юғары профессионаллек, командала эшләй белеү, кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәт өсөн рәхмәт белдерәм. Һуңғы йылдарҙағы ваҡиғалар беҙҙе тағы ла берҙәмерәк, көслөрәк итте, илебеҙ һәм халҡыбыҙ өсөн ғорурландырҙы.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүҙең ни тиклем мөһим булыуын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Һеҙ урындарҙа бының өсөн күп эшләйһегеҙ, еңеүҙе яҡынайтаһығыҙ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, муниципалитеттарығыҙ, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй халҡы мәнфәғәтендәге мөһим хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров”.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: