Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель , 19:00

Һеҙҙә һалдат оҙаталармы? Беҙҙә шулай оҙаталар!

Ә һеҙҙең яҡтарҙа ауыл менән һалдатҡа оҙатыу йолаһы һаҡланғанмы, комментарийҙарҙа яҙығыҙ, төркөмдәштәр.

Һеҙҙә һалдат оҙаталармы? Беҙҙә шулай оҙаталар!
Һеҙҙә һалдат оҙаталармы? Беҙҙә шулай оҙаталар!

“Бәйләнештә” селтәрендә һабаҡташым, талантлы шағирә Зөлфирә Ҡарағужинаның яҙмаһы иғтибарҙы йәлеп итте. Тыуған ауылы – Әбйәлил районының Күсем ауылында күмәкләп йәш егеттәрҙе әрмегә оҙатыу йолаһы тураһында ине ул. Бала йәшенән сығып, быуындары ҡатып бөтмәгән көйөнсә тыуған яҡтан айырылып алыҫ юлға, сит тарафтарға юлланырға торған егеттәргә күпме хәстәр, йылылыҡ, иғтибар биреп, иңдәренә ҡанат үҫтереп ебәргән матур йола ул!

“Ауылыбыҙҙа элек-электән һалдат оҙатыу йолаһы йәшәп килә. Кемдер бер көн алда өйөнә барып теләктәрен теләп, аҙмы-күпме аҡса биреп, ата-әсәһе менән һөйләшеп ултырып, әҙерләнгән табында сәй эсеп ултырып ҡайта. Тиңдәштәре, йәштәр кис йыйыла, әрме хеҙмәтен үткән өлкәнерәк ағалары кәңәш-төңәштәрен бирә. Әйтергә кәрәк, өлкән ағайҙарҙың үҙҙәренән бәләкәйерәк егеттәр алдында абруйы бар. Кесерәктәр өлкәндәрҙән нимә ишетә, нимә күрә, үҙҙәре лә киләсәктә шуны ҡабатлай.

Көнөндә урам буйлап гармун уйнап, ҡушылып йырлап, ауыл осона тиклем оҙатып барабыҙ. Унда үҫеп ултырған ҡайынға менеп, хеҙмәткә киткән егеттәр яулыҡ бәйләп төшә. Ағастан төшкәндә, дуҫтары аяғын ергә тейҙермәй күтәреп алып, өҫкә ырғыта. Ул ҡайын хәҙер яулыҡтар менән сыбарланып тора. Яңылышмаһам, ошо яулыҡ бәйләүҙе тәүге тапҡыр ауылыбыҙҙың шәп ир-егеттәренең береһе, хәҙер өлгөлө атай, матур ғаилә башлығы Наил ҡусты Сәғәҙәтов башлап ебәргән. Ҡалған егеттәргә оҡшағанға ул, йолаға әйләнеп, һаман дауам ителеп килә.

Улдар тәрбиәләгән һәр әсәй, атай киләсәктә үҙҙәренең дә улдары хәрби хеҙмәткә юлланырын белеп йәки улдарын оҙатып, ҡаршы алған ата-әсәләр ҙә ошо мәлдә терәк булырға тырыша. Был күренеш ниндәйҙер яҙылмаған ҡанун булып йәшәп килә ауылда.

Алдан билдәле булһа, клубта “Әрмеләргә оҙатабыҙ егеттәрҙе" тип аталған сара үткәрелә. Шулай уҡ Ташбулат ауыл биләмәһе буйынса ла мәҙәниәт йортонда егеттәргә фатихалар биреп оҙатыу сараһы үтә. Мәҙәниәт йортонда үткәргәндә йә ата-әсәләр, фатиха биреп, улдарына түбәтәй кейҙерә, йә икмәк тешләтеп, ҡалғанын улдары әрменән ҡайтҡансы һаҡлап һалып ҡуя. Шулай уҡ ағинәйҙәр егеттәргә аҡ (һөт) эсереп, аҡ теләктәрен еткерә, йәки бәләкәй генә ҡыҙыл муҡсайҙарға ярты ус тупраҡ һалып, тыуған ер тартып ҡайтырһын, тигән мәғәнә һалып егеттәргә тапшырыла.

Шул килеш күпмелер булһа ла йәш егеттең күңелен бөтәйтеп, ҡырҙа йөрөгәндә күңелен йылытыр осҡон һалып ебәрә ауылдаштар. Фатихалы юл сауаплы, аяулы”, – тип уртаҡлашты Зөлфирә.

Матур йола, шулай бит? Күсемдәргә афарин! Әле хеҙмәткә киткән йәштәрҙе шулайтып оҙатаһығыҙмы, яҡташтар? Изге теләк, фатихалар оҙатып йөрөһөн уландарҙы! 

Фотолар: З. Ҡарағужинаның шәхси альбомы, Күсем, Ташбулат төркөмдәренән.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: