Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель , 06:50

Рөстәм Нәбиевте кем һөйөндөргән?

Яҡташыбыҙ Мәскәүҙә "Ғәжәйеп кешеләр" телетапшырыуында сығыш яһап, финалға сыға алманы. Әммә ул һис бошонмаған, сөнки...

Рөстәм Нәбиевте кем һөйөндөргән?
Рөстәм Нәбиевте кем һөйөндөргән?

Блогер Рөстәм Нәбиев "Рәсәй-1" телеканалында барған ғәжәйеп талантлы кешеләр тураһындағы тапшырыуҙа ҡатнашты. 

Дүрт сәғәт репетицияға сират көтөп, артабан сәхнәгә сыҡҡас, уға көтөлмәгәнерәк бурыс ҡуялар: яһалма ҡая стенаға менергә. "Мин - альпинист, ә ҡаяға үрмәләүсе түгел", - ти ул. 

Рөстәм, ысынлап та, профессиональ альпинистарҙан ҡалышмай, донъяның иң бейек тау түбәләрен яулай. Шулай ҙа тапшырыуҙа һис һүҙһеҙ яһалма ҡая стенаға ике тапҡыр - береһендә күҙҙәре бәйле килеш - менеп төштө.

Тауыш биреү һөҙөмтәһендә икенсе урынға ҡалып, финалға сыға алмаһа ла, һис бошонмай ул. "Маҡсатым мотлаҡ еңеү түгел, ә киң йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү ине", - ти.

Күп тә үтмәй, ул сәхифәһендә күпкә шатлыҡлыраҡ яҙма баҫтырған. "Атаҡайым, был һиңә, тип ҡыҙҙарымдың һәр береһе берәр сәскә бүләк итте. Был - мөхәббәт", - тиелгән ундағы фото аҫтында. Һүрәттә Рөстәм сәскә тотҡан ҡыҙҙары янында шат йылмая.

Ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы?!

Фото: Рөстәм Нәбиев/vk

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: