Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель , 11:25

14 йәшлек ҡыҙ юғалған

Иғтибар итегеҙ: уның бер үҙенсәлеге бар.

14 йәшлек ҡыҙ юғалған
14 йәшлек ҡыҙ юғалған

Кисә Өфөлә 14 йәшлек Капитолина Санникова ғәйеп булған. Мәктәп уҡыусыһы өйөнән сығып киткән һәм ошоға тиклем уның ҡайҙалығы билдәле түгел.

Был турала “БашРегионСпас” эҙәрмәндәр ойошмаһы ирекмәндәре хәбәр итте.

Юғалған үҫмерҙең билдәләре: буйы 170 сантиметр, уртаса буй-һынлы, сәсе көрән төҫтә. Капитолинаның бер үҙенсәлеге бар: уның күҙҙәренең икеһе ике төҫтә. Гетерохромия тип атала был, ҡыҙҙың бер күҙе - һоро, икенсеһе көрән төҫтә.

Ғәйеп булған көндө ул асыҡ-һоро төҫтәге кофта, ҡара клеш джинсы салбар һәм ҡара кроссовки кейгән булған.

Капитолинаны күргән йәки ҡайҙалығын белгәндәрҙән 8(937)3-102-112 йәки 112 телефоны буйынса шылтыратыуҙы һорайҙар.

Фото: “БашРегионСпас” эҙәрмәндәр ойошмаһы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: