Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель , 16:30

Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай

Башҡортостандың Милли музейына – 160 йыл.

Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай

Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ. Тотош дәүерҙәр, Башҡортостаныбыҙ, кеше яҙмыштарын һаҡлай Башҡортостан Республикаһының Милли музейы. Бөгөн уға Рөстәм Әхмәт улы Исхаҡов етәкселек итә.

Музейҙағы экспозициялар залдарында, тарихи фондтар байлығында барлыҡ үткәнебеҙ сағылғандай. Тәбиғәтебеҙ, тарих, археология, этнография һәм башҡалар урынлашҡан 34 экспозиция һәм күргәҙмәләр залында үткәндәребеҙ менән хәҙергебеҙ тоташа кеүек. Бында экскурсияға килгәндәрҙең барыһы ла ошо үткән тарихыбыҙҙы булдырған кешеләр, республикабыҙҙың үткәне, һынлы-декоратив сәнғәт һәм башҡалар тураһында хәбәрҙар була. Әлеге ваҡытта музейҙың республика ҡалаларында һәм филиалдарында ун филиалы эшләй.

Милли музей бинаһының майҙаны - 5684,4 квадрат метр. Уларҙың 2417,5 квадрат метры – экспозиция-күргәҙмәләр өсөн тәғәйенләнгән.
Милли музейҙа үҙ эшен яратып башҡарғандар эшләй.

Әйткәндәй, бөгөнгө көнгә тиклем был музей туғыҙ исем алмаштыра. 1993 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Милли музейы тип атала. Археология, документаль, тәбиғәт тарихы, ҡиммәтле металдар, һирәк китаптар һәм башҡа фондтар бик бай. Милли музейҙа 112-се Башҡорт атлы дивизияһының беренсе командиры – легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған айырым зал булдырылған. Башҡортостандың Милли музейына килегеҙ, ҡарағыҙ, данлы тарихыбыҙ менән танышығыҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Музей тарихыбыҙҙы һаҡлай
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: