Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель , 00:30

Рухи тамырҙарҙан көс алып

Ғафури районының Имәндәш мәктәбендә рухлы балалар белем ала.

Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып

Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәге үҙенсәлекле һәм ғәжәйеп матур. Республикабыҙҙағы әҙип исемен йөрөткән берҙән-бер район Ғафури ҙа иҫ киткес тәбиғәте менән үҙенә йәлеп итә: таҙа һыулы Еҙем, Ағиҙел, Егән, Көгәш, Мәндем, Төлкәҫ һәм башҡа йылғалар, мәғрур Аҡташ, Һарыташ, Күкташ, Ҡараташ, Мәмбәт һәм, әлбиттә, Уҡлыҡая һоҡландыра.

Уғын махсус тамға буйынса таныған

Уҡлыҡаяның атамаһы уҡ-һаҙаҡ элек-электән башҡорттарҙың төп ҡоралдарының береһе икәнлегенә ишара. Уның башынан баҡыр, таш, тимер уҡ башаҡтарының табылыуы ошо хаҡта һөйләй. Риүәйәт-легендаларға күҙ һалһаҡ, борондан ошо яҡтарҙы төйәк иткән халыҡта яуға китер алдынан ҡая-ташҡа уҡ атып китеү йолаһы булған. Яугир тыуған яҡтарына иҫән ҡайтһа, атҡан уғын кире барып алған. Ул үҙенең уғын махсус тамға буйынса таныған. Ҡайта алмағандарыныҡы иһә быуаттар буйы ҡаяла һаҡланған.
Башҡортостанда хәҙер киң таралған “Мәргән уҡсы” хәрәкәте бер нисә тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә уҡ атыу буйынса ярыштар ойошторҙо, милли спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе, был төбәккә туристарҙы күпләп йәлеп итте. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов Уҡлыҡая ҡаршыһында “Башҡортостан йөрәге” туристик үҙәген ойошторорға ҡарар итте. Өҫтәүенә, был тау республиканың ҡап уртаһында тиерлек, географик үҙәктән 15 километр арауыҡта урынлашҡан. Был проектты “Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы муниципаль районы үҫешенә ярҙам итеү” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Башҡортостан гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды ярҙамында әҙерләгән. Уның төп маҡсаты – йәш быуынға төрлө халыҡ кәсептәрен өйрәтеү.
Оҫтахана ҡурай сәскәһен хәтерләткән һигеҙ тирмәнән тора. Уларҙың иң ҙуры – конференциялар үткәреү залы. Өс тирмә башҡорт милли биҙәүестәрен һәм милли аҙыҡ-түлекте әҙерләү оҫтаханаһы өсөн тәғәйенләнгән. Ә ҡалған дүртәүһе республиканың һәм Ғафури районының дүрт ҙур һанлы башҡорт, татар, рус һәм сыуаш милләтен сағылдыра.

Имәндәшкә нур өҫтәп

Имәндәш ауылы ошондай сихри тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Ул район үҙәге Красноусолдан төньяҡ көнсығышта 54 километр һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ көнсығышҡа табан 60 километр алыҫлыҡта Еҙем йылғаһы буйын биләгән.

Имәндәш төп дөйөм белем биреү мәктәбендә Имәндәш, Тайыш, Ташаҫты ауылдарынан балалар уҡый. Белем усағына Әлфинә Мәхмүтова етәкселек итә. Ошо ауыл килене, өс бала әсәһе Әлфинә Фәрит ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының филология факультетын тамамлаған. 2016 йылда ул “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы финалына сыҡҡан, Башҡортостан Башлығы премияһына лайыҡ булған.
Белем усағында балаларҙы яратҡан, үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған уҡытыусылар эшләй. Шундайҙарҙың береһе – Анфиса Мәхмүтова директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, башланғыс кластар уҡытыусыһы. Дүрт йыл элек, ул ауыл ерендә эшләгән йәш белгес булараҡ, 600 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Өҫтәүенә, Анфиса Айрат ҡыҙы, “Йыл уҡытыусыһы-2022” һөнәри бәйгеһендә ҡатнашып, “Иң ижади эшләгән уҡытыусы” номинацияһында еңеү яулаған. Әйткәндәй, бында уҡыусылар спорт менән бик теләп шөғөлләнә, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең волейбол, көрәш буйынса дәрестәре үтә.

Мәктәптең китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Бер нисә йыл элек ошо музей “Мәктәп музейы: хазиналар һәм серҙәр утрауы” исемле проект менән Рәсәй Президенты гранты конкурсында еңеп сыҡҡан. Был музей экспонаттарын яңыртыу, компьютер, интерактив экран һатып алыу, күсмә күргәҙмә булдырыу мөмкинлеген биргән.

Һәр төбәктең данлы шәхестәре бар. Имәндәштәр ҙә исемдәре төрлө тарафтарға таныш яҡташтары менән ғорурлана. Мәҫәлән, билдәле тележурналист, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәүрә Ғилманова (һүрәттә) тыуған мәктәбендә йыш була.

Исемдәре тотош донъяға билдәле спортсыларҙың биографияһына күҙ һалһаҡ, уларҙың байтағы ауылда тыуып үҫкән. Был иһә чемпион булыу өсөн әллә ниндәй шәп шарттар түгел, бары ихтыяр көсө, сәмселлек, тырышлыҡ, маҡсат ҡуйып, шуға ынтылыу кеүек сифаттарға эйә булыу кәрәклеген аңлата. Имәндәш ауылынан да ошондай спортсы сыҡҡан. Илфат Рәжәпов – һәүәҫкәр боксёр, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәйҙең физик культура һәм спорт отличнигы, Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе, Европа чемпионаты финалисы, Европа чемпионатында көмөш миҙал яулаусы. Ул күп тапҡыр Рәсәй чемпионы тип танылған. 2000 йылда Сиднейҙа үткәрелгән Олимпия уйындарында ҡатнашҡан.
Әйткәндәй, мәктәп яны биләмәһендә алма, сейә, ҡарағат һәм башҡа емеш ағастары үҫә, йәшелсәнән дә ярайһы ғына уңыш алалар. Помидор, сәскә үрсетмәләрен мәктәптә үҙҙәре үҫтерәләр.
Күптән түгел белем усағында яңыртылған тамаша залы үҙ ишектәрен асты. Был матур яңылыҡ Президент гранттары Фондының “Хазина. Йолаларҙы һаҡлап, киләсәккә юл ярабыҙ” проекты буйынса яңыртылған тамаша залы үҙ ишектәрен асты.  Сарала Ғафури районы хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ирина Небогатова, мәғариф бүлегенән вәкил Юлия Судовикова, Сәйетбаба ауылынан Гәүһәр Байбулдина, был ауыл мәктәбенең ҡурайсы малайҙары, ауыл биләмәһенән вәкилдәр, ауыл ағинәйҙәре, мәктәп коллективы, уҡыусылар ҡатнашты.

Шулай итеп, бында барлыҡ мөмкинлектәрҙән файҙаланып, балалар өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышалар. Был да оҫта етәксенең хәстәрлеге һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла. Заманса итеп йыһазландырылып, күркәм төҫ алған тамаша залына ҡыҙыл таҫманы хөрмәтле ҡунаҡ – Ирина Небогатова менән мәктәп директоры Әлфинә Мәхмүтова киҫте һәм барыһы ла залға үтте. Бер яҡ мөйөштә ауыл оҫталарының ҡул эштәренән күргәҙмә урынлаштырылғайны. Балаларҙың, уҡытыусыларҙың, ағинәйҙәрҙең сағыу сығыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Етәксе лә, күп балалы әсә лә

Әлфинә Мәхмүтова – күп балалы әсәй ҙә. Ире Ришат менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. Өлкәндәре Эльгиза Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһы-интернатында ХI класта белем ала. Улдары Данатҡа – алты, ҡыҙҙары Йондоҙға дүрт йәш. Улар апаларының мәктәптән ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтөп ала.
Башта Мәхмүтовтар ғаиләһе Благовещен ҡалаһында йәшәгән. Унда Әлфинә Фәрит ҡыҙы – инглиз теле уҡытыусыһы, мәғариф бүлегендә методист, ире Ришат “Лукойл” ойошмаһында өлкән оператор булып эшләгән. Әле ғаилә башлығы – “Башнефть” ойошмаһы заправкаһы хеҙмәткәре.
...Ғафури районы халҡының әүҙемлеге, һуңғы йылдарҙағы төбәктәге ыңғай үҙгәрештәр һоҡландыра. Заман ауырлыҡтарына һылтанмай, бирешмәй, алға ынтылыуҙары, матур йәшәргә тырышыуҙары – үҙе бер һоҡланғыс күренеш. Тимәк, киләсәктә барыһы ла һәйбәт буласаҡ, барыһы ла көйлө барасаҡ...

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Рухи тамырҙарҙан көс алып
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: