Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель , 11:50

Әсәһе ҡайҙа киткән булған?

Кисә бер йәшлек сабый батып үлгәйне... Был турала яңы мәғлүмәттәр бар.

Әсәһе ҡайҙа киткән булған?
Әсәһе ҡайҙа киткән булған?

Кисә кис Хәйбулла районында фажиғәле хәл булды. Йәнтеш ауылы янында Һаҡмар йылғаһында бер йәшлек сабый батып үлде. Бөгөн был хәл буйынса анығыраҡ билдәле булды. Ул турала “Маш Баташ” телеграм-каналы хәбәр итә.

24 йәшлек Н. исемле ҡатындың ике малайы булған. Береһенә – бер, икенсеһенә ике йәш. Кисә ул дуҫтары һәм балалары менән йылға буйына шашлыҡ ҡурырға тип бара. Бер мәл бер нисә минутҡа бәҙрәфкә тип китә. Ул саҡта бәләкәй улы яр буйында уйнап ҡала. Ҡапыл малай тайып китә һәм йылғаға ҡолап төшә, көслө ағым уны алып та китә.

Тәүҙә компания баланы үҙаллы эҙләп табырға тырыша, 15 минуттан ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡыралар. Һөҙөмтә аяныслы: ҡотҡарыусылар бер нисә сәғәттән малайҙың үле кәүҙәһен таба. Ул йығылған урынынан бер километр түбәнерәк ағып төшкән була.

Бәләкәй балаларҙы бер минутҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Айырыуса һыу буйында һәм башҡа хәүефле урындарҙа. Бының аҙағы бик насар тамамланыуы бар. Сабыйҙың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фотолар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Әсәһе ҡайҙа киткән булған?
Әсәһе ҡайҙа киткән булған?
Әсәһе ҡайҙа киткән булған?
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: