Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель , 09:50

"Ҡатыным туғыҙынсы балаға ауырлы" тип йәлләтмәксе...

Уның шунса балаһын кем ҡарар?..

"Ҡатыным туғыҙынсы балаға ауырлы" тип йәлләтмәксе...
"Ҡатыным туғыҙынсы балаға ауырлы" тип йәлләтмәксе...

Иглин ауылында бер компанияның - атай кешенең ике улы һәм ғаилә дуҫтары булған ир менән бергәләшеп үҫмер ҡыҙ һәм егетте туҡмағандарын хәбәр иткәйнек инде. Егет - дауаханала.

Суд ғәйепләнеүселәрҙе бер-бер артлы ике айға СИЗО-ға ебәрә башланы. Күп балалы атай һәм тренер Ислам Надировтың эше лә ҡаралды.

42 йәшлек ир суд ултырышында ғәйебен өлөшләтә таныған. Ул үҫмерҙең тештәрен һындыра һуҡмағанын, ә еңелсә яңаҡлағанын әйткән.

Өҫтәп, тәфтиш менән хеҙмәттәшлек итергә риза икәнен, ҡасып китергә йыйынмауын белдергән. Сөнки уның елкәһендә һигеҙ балаһы бар, етмәһә, ҡатыны туғыҙынсыға ауырлы икән. Ирҙең кредиттары, ипотека бурысы ла бар, шуға күрә ул арест һалмаҫҡа, иректә ҡалдырыуҙарын һораған.

Әммә суд Ислам Надировты ике айға һаҡ аҫтына алған. Тәфтиш эше артабан дауам итә.

Фото: Башкортостан24 телеканалы видеоһынан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: