Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы егете Ғәзим Мөхәмәтйәновтың мотоцикл менән донъя буйлап сәйәхәт итеүе тураһында хәбәрҙәр менән уртаҡлашып торҙоҡ.
Бығаса Ғәзим Һиндостан һәм Непал буйлап мотоциклда сәйәхәт итте. Унан инде самолет менән Таиландҡа осто. “Алда Таиланд, Малайзия, Индонезия илдәре менән танышыу көтә. Австралияға барып етергә булдым”, - тип яҙғайны Ғәзим. Әле ул сәйәхәтен туҡтатып торорға ҡарар иткән.
“Сәйәхәтемде туҡтатып торорға хәл иттем. Был этапта Балиға барып етергә тейеш инем. Ваҡыт бар ине әле, әммә ауылға ҡайтып, атай-әсәйем менән күрешергә ҡарар иттем, 10 айға яҡын өйҙә булғаным юҡ бит.
Киләһе этапҡа килгәндә, ул – иң ҡиммәте һәм ҡатмарлыһы, ныҡлап аҡса тупларға кәрәк. Австралияға барып етер өсөн 3 километр самаһы юл үтеү, 5 паром ҡулланыу талап ителә. Австралия буйлап тағы 7 саҡрым. Ҡиммәт тә, ҡатмарлы ла, шуға күрә билдәһеҙ ваҡытҡа мотоциклымды Джакартта ҡалдырып торам. Билдәһеҙ ваҡыт – ул кәм тигәндә ярты йыл. Документтарҙы 2024 йылдың декабренә тиклем оҙайттым, шуға күрә ваҡыт етерлек.
Социаль селтәрҙә мотоциклда йөрөүселәр төркөмөнә мотоциклымды ҡалдырыу тураһында яҙма ҡалдырғайным, бик күптәр ярҙам итергә теләк белдерҙе. Кисә мотоциклымды әҙерләнем, йыуҙым, майланым, әйберҙәремде һалдым. Мотоциклымды оҙаҡ ваҡытҡа ҡалдырыу күңелгә ауыр, йәйгеһен унһыҙ нисек йәшәрмен – белмәйем...” – тип яҙҙы сәйәхәтсе яҡташыбыҙ.
Беҙ Ғәзимгә юлдарының уң, имен булыуын, маҡсаттарына, хыялдарына мотлаҡ өлгәшеүен теләйбеҙ.
Фото: Ғәзим Мөхәмәтйәновтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.