Йәмғиәт
24 Апрель 2024, 23:30

Бындай бүләк алғас, атаһы хатта илап ебәргән

Кинйә ҡыҙы "иномарка" биргәс...

Бындай бүләк алғас, атаһы хатта илап ебәргәнБындай бүләк алғас, атаһы хатта илап ебәргән
Бындай бүләк алғас, атаһы хатта илап ебәргән

Күптән түгел "Башҡорт хужабикәһе" Миләүшә Шәйхисламованың бер туған ҡустыһы әсәһенә һәм ҡайныһына хәтәр шәп автомобиль алып биреүҙәре хаҡында хәбәр иткән инек. Был юлы Миләүшәнең ике туған һеңлеһе, Әбйәлил районының Хәлил ауылы ҡыҙы, блогер, 22 йәшлек Гөлсөм Ниғмәтуллина атаһына “иномарка” бүләк итеп ҡыуандырған.

Кинйә ҡыҙы машина асҡысын биргәндә Фәнил Закир улы хатта илап ебәргән. Гөлсөм дә, ике туған ағаһы Рәмил Бикҡужин кеүек, электән ҡәҙерле кешеһен машиналы итеү хыялы менән янған.

“Сикһеҙ яратам. Минең ғаиләм – минең ҙур бәхетем. Тағы ла 1000 машина һәм ерҙең бөтә кинәнестәрен бүләк итергә әҙермен. Иң мөһиме - янымда булығыҙ, минең менән булығыҙ, һау булығыҙ, оҙаҡ йәшәгеҙ, күҙ йәштәрегеҙ тик шатлыҡтан ғына тамһын”, – тип яҙған блогер үҙенең сәхифәһендә.

Бибинур апай менән Фәнил ағай Ниғмәтуллиндарға йәшел ут, тигеҙ юлдар теләйбеҙ. Балаларының игелектәрен күргән ата-әсәләрҙең ҡыуаныстарының иге-сиге юҡ!

Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите.

 

Бындай бүләк алғас, атаһы хатта илап ебәргән
Бындай бүләк алғас, атаһы хатта илап ебәргән
Бындай бүләк алғас, атаһы хатта илап ебәргән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас