Йәмғиәт
26 Апрель 2024, 16:00

Регина күҙҙәрен асҡан да бит, тик...

Биш кеше үлгән аварияла йәрәхәтләнгән ҡыҙҙың хәле билдәле булды

Регина күҙҙәрен асҡан да бит, тик...Регина күҙҙәрен асҡан да бит, тик...
Регина күҙҙәрен асҡан да бит, тик...

Өфөлә биш кеше һәләк булған юл фажиғәһендә иҫән ҡалған ҡыҙ күҙҙәрен асҡан. "Честный репортаж" телеграм-каналы мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙнанан һуң да табиптар уның хәлен бик ауыр тип баһалай. Пациент күҙен асһа ла, ул бер нәмәгә лә иғтибар итмәй.

Шул уҡ аварияла иҫән ҡалған егеткә килгәндә, уның хәле бер ни тиклем яҡшырған. Ул 22-се дауахананың нейрохирургия бүлегендә ята, ә ҡыҙ - нейрореанимацияла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, авария 19 апрелдә Киров районында Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 1-се километрында булғайны. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Өфө районында йәшәгән 39 йәшлек ир "КамАЗ" һыу һибеү машинаһы менән идара итеп, боролош мәлендә 22 йәшлек Өфө районы кешеһе идара иткән "ВАЗ-2115" менән бәрелеште. Юл-транспорт ваҡиғаһында еңел автомобилдән водитель һәм уның пассажирҙары, 22 һәм 20 йәшлек егеттәр һәм 18 йәшлек ике ҡыҙ һәләк булды. 21 йәшлек егет менән ҡыҙ иҫән ҡалды. 

Фото: ЮХХДИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас