Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель , 12:35

Атайсал – ул көс алыу урыны

Бөгөн, 27 апрелдә, Өфөлә “Торатау” конгресс-холында III Республика “Ватан көсө” форумы бара. Ул – республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылған “Атайсал” проектының сираттағы миҙгеленә йомғаҡ яһауға арналған ҙур һәм мәртәбәле сара. 

Атайсал – ул көс алыу урыны
Атайсал – ул көс алыу урыны

Бөгөн, 27 апрелдә, Өфөлә “Торатау” конгресс-холында III Республика “Ватан көсө” форумы бара. Ул – республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылған “Атайсал” проектының сираттағы миҙгеленә йомғаҡ яһауға арналған ҙур һәм мәртәбәле сара. Белеүебеҙсә, был йәмәғәт проекты 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы старт алғайны. Уның төп асылы – республикабыҙҙың төрлө ауыл һәм ҡалаларында тыуып үҫкән кешеләрҙең кесе Ватанына – атайсалына ярҙам итеүҙән ғибәрәт. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

“Атайсал. Ватан көсө” асыҡ дискуссия майҙансығының эшендә проекттың ҡатнашыусылары фекер алышты. Майҙансыҡтың эшен эшҡыуар, журналист Азамат Юлдашбаев менән журналист Лилиә Курамшина алып барҙы. Иң беренсе булып ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне.

- Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2021 йылда "Атайсал" проектын башлап ебәргәндә беҙ уның шундай киң эшмәкәрлеккә әйләнерен күҙ алдына ла килтермәй инек. Бөгөн үҙебеҙҙең шул тиклем күмәк һәм берҙәм булыуыбыҙҙы тоябыҙ, күрәбеҙ һәм бөтәбеҙҙе лә бер һүҙ менән – “атайсалсылар” тип атай алабыҙ. Был башланғыс беҙҙе көслөрәк итә. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки ул шундай изге ҡиммәттәргә таяна, милләткә лә, телгә лә, дингә лә, кешенең нисә йәштә булыуына ла ҡарамай беҙҙе берләштерә. Ул шундай ҙур төшөнсәгә – кесе Ватанға һөйөүгә, ата-бабалар рухына тоғролоҡҡа таяна. Атайсал – ул көс алыу урыны. Унда бер нисә сәғәт кенә булып та, иҫ киткес дәрт-дарман алырға, тағы ла ҙурыраҡ эштәргә дәртләнеп тотонорға мөмкин. Бөгөнгө форумда ҡатнашыусыларҙың һәр береһе үҙ төбәгендә изге башланғыстарға юл ярыусы, әйҙәүсе, башҡалар өсөн өлгө булып тора. Әгәр һәр кем үҙенең кесе Ватанында, районында, ауылында бәләкәй генә проектты тормошҡа ашырһа ла, улар барыһы бергә ҡушылып, Тыуған илебеҙ, Башҡортостаныбыҙ, Рәсәй өсөн ҙур эштәргә әүереләсәк, - тине үҙенең сығышында Урал Таһир улы. 


Артабан һөйләшеү йәнтөйәк мәнфәғәтендә башҡарылған эштәр, ауылдаштар һәм ҡалалаштар менән бергә тормошҡа ашырылған проекттар һәм ошо йүнәлештә тағы нимәләр эшләү зарурлығы, ниндәйерәк ярҙам төрҙәренә ихтыяж булыуы хаҡында барҙы. Ошоғаса проекта ҡатнашыусыларҙың ярҙамы менән 438 һәйкәл һәм обелиск яңы төҫ алған, 100-ҙән ашыу балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлгән, 550-гә яҡын шишмә төҙөкләндерелгән, 437 мәсет һәм 77 сиркәү төҙөлгән йәки ремонтланған, 906 зыярат тәртипкә килтерелгән. Китахана һәм мәктәптәргә китап тапшырыу буйынса 450 проект тормошҡа ашырылған, 9000-дән ашыу ҡыҙыҡлы һәм фәһемле сара ойошторолған.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Атайсал – ул көс алыу урыны
Атайсал – ул көс алыу урыны
Атайсал – ул көс алыу урыны
Атайсал – ул көс алыу урыны
Атайсал – ул көс алыу урыны
Атайсал – ул көс алыу урыны
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: