+21 °С
Болотло
Редакциябыҙға Ейәнсура районынан хәбәр итеүҙәренсә, урындағы халыҡ Мөхәмәтйән - Абҙан араһындағы юлды йүнәткән.
"Мөхәмәтйән ауылы халҡы, үҙ көстәре менән өмә ойоштороп, Мөхәмәтйән - Абҙан юлының дүрт километр арауығында соҡорҙарҙы ямап ҡуйҙы. Был юлдан көн һайын мәктәп автобусы йөрөй. Шулай уҡ ауыл халҡы ауыл халҡы өҙлөкһөҙ магазинға, дауаханаға барып ҡайта. Ауылдаштарыбыҙға оло эш атҡарғандары өсөн ҙур рәхмәт!" - тип хәбәр иттеләр Ейәнсура районынан.
Фотолар Мөхәмәтйән ауылы төркөмөнән.