Йәмғиәт
30 Апрель 2024, 14:00

Быйылға 100 миллион һум ҡаралған

Республика шифаханаларына яугирҙәр кемдәрҙе ял итергә ебәрә ала?

Быйылға 100 миллион һум ҡаралғанБыйылға 100 миллион һум ҡаралған
Быйылға 100 миллион һум ҡаралған

Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың туғандарына бер тапҡыр шифаханала дауаланыу мөмкинлеге барлығын белдерә.

Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һайлау мөмкинлегенә эйә: шифаханала үҙаллы ял итергә, туғандары менән дауаланыуҙы тигеҙ өлөшкә бүлергә йәки яҡын туғандарына – иренә йәки ата-әсәһенең (уллыҡҡа алыусыларҙың) береһенә дауаланыу хоҡуғын тапшырырға мөмкин.

2024 йылда Башҡортостан ҡаҙнаһынан был ярҙам сараһын тормошҡа ашырыу өсөн 100 миллион һум ҡаралған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға шифахананы үҙенә һайларға юлламаға бронь ҡалдырырға кәрәк. Әлеге ваҡытта 2956 кеше һәм уларҙың ғаилә ағзалары һайлап алынған 15 шифаханала дауаланыу курсы үткән, 190 ғариза бирелгән.

Шулай уҡ шифахана-курорт дауалауын бер тапҡыр ҡулланыу хоҡуғы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, һәләк булғандарҙың (үлгәндәрҙең) йәки хәбәрһеҙ юғалғандарҙың, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә тыуғандарҙың йәки махсус хәрби операция зонаһына саҡырылған ваҡытта Башҡортостанда йәшәгән урыны буйынса теркәлгәндәрҙең туғандары файҙалана ала. Был осраҡта шифахана-курорт дауаланыу ваҡыты бер туған өсөн 14 көн йәки ике туған өсөн ете көн тәшкил итә.

Башҡортостан ҡаҙнаһынан түләнгән шифахана-курорт дауалауына юллама хаҡы 14 дауаланыу көнөндә 60 200 һум һәм 7 дауаланыу көнөндә 30 100 һум тәшкил итә, республика буйынса бер койка-көндөң уртаса хаҡы 4 300 һум тәшкил итә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә лә ошо хаҡта иҫкә төшөрҙө:

"Республикабыҙҙа 2956 хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары шифахана-курорт дауалау курсын үткән, 190 ғариза бирелгән.

Яҡлаусыларыбыҙ һәм уларҙың туғандары һаулығын нығыта алған шифаханалар исемлеген беркетәм: «Асы», «Йәшел сауҡалыҡ», «Янғантау», «Ҡарағай», «Красноусол», «Танып», «Йоматау», «Яҡтыкүл», «Березка» ял йорто», «Березка», «Энергетик» дауалау-һауыҡтырыу үҙәге», «Йәйғор», «Бодрость», «Урал аръяғы шифаханалары», «Әй» профилакторийы.

Айырым рәүештә яугирҙәребеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Беҙ һеҙҙе еңеү менән көтәбеҙ. Артабан да ғаиләләрегеҙ хәстәрлек һәм иғтибар менән уратып алынһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ", - тигән Андрей Назаров.

Фото: Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән.

Быйылға 100 миллион һум ҡаралған
Быйылға 100 миллион һум ҡаралған
Быйылға 100 миллион һум ҡаралған
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас