Йәмғиәт
30 Апрель 2024, 13:30

Диктант яҙыу – күркәм йола

Бөтә донъя буйынса 408 399 кеше башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙған.

Диктант яҙыу – күркәм йолаДиктант яҙыу – күркәм йола
Диктант яҙыу – күркәм йола

Бөтә донъя буйынса 408 399 кеше башҡорт теленән халыҡ -ра диктант яҙған.

Өфөлә башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа яҡынса йомғаҡ яһалды. Акция юбилейлы, унынсы тапҡыр үткәрелде. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараға айырым статус бирҙе.

Быйыл бөтә донъя буйынса 3018 оффлайн майҙансыҡ ойошторолған. Шуларҙың 1145-е – алдынғы кимәл, 1478 – башланғыс һәм 395-башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында.

Диктантты Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләре, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары, Пермь, Алтай, Приморье крайы, Якутия, Татарстан республикалары халҡы яҙған.

Сит илдәрҙән Үзбәкстан, Тажикстан, Испания, Швейцария, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Беларусь, Ҡаҙағстан, Төркиә, Польша, Иран, Аргентина, Индонезия, Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре кеүек дәүләттәрҙән ҡатнашыусылар булған.

Республика Башлығы Радий Хәбиров, республика етәксеһе Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин "Патриот" хәрби-патриотик паркы базаһында башланғыс хәрби әҙерлек буйынса хәрби йыйылышта ҡатнашыусы уҡыусылар менән диктант яҙҙы. Бында шулай уҡ акцияға нигеҙ һалыусыларҙың маршы үтте – улар төбәк етәксеһенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

- Йыл һайын диктантта ҡатнашыусылар һаны арта, уны илдең төрлө төбәктәрендә генә түгел, сит илдәрҙә лә яҙалар. Быйыл акцияға – 10, ә халыҡ-ара статусына 5 йыл тулды. География киңәйә, аудитория арта. Былар барыһы ла республика Башлығының башҡорт телен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләһенә шәхси иғтибары арҡаһында мөмкин булды. Күреүегеҙсә, Радий Фәрит улы үҙе йыл һайын акцияла ҡатнаша, - тип билдәләне Азат Бадранов.

Акция сиктәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән мәктәптәр өсөн махсус әҙерләнгән "Һомай" аҡыллы колонкаһының исем туйы уҙҙы. Был - беҙҙең башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса мөһим һәм уңышлы проекттарыбыҙҙың береһе. Проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Презентациянан һуң колонкалар республиканың төрлө нөктәләренән почетлы ҡунаҡтарға һәм мәктәп директорҙарына тапшырылды.

Ғәҙәттәгесә, сарала ҡатнашыусылар өсөн тура эфир Башҡортостан юлдаш телеканалы аша һәм социаль селтәрҙәрҙә ойошторолдо. Быйыл Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Кәбиров, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, педагогия фәндәре докторы, профессор, Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязов диктор булды.

Тура эфир видеоһы 27 апрелдән 29 апрелгә тиклем күрһәтелә. Теләүселәр ҡабатлауҙы ҡарай һәм диктантты үҙҙәре яҙа ала.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Гөлназ Йосопова ҡатнашыусыларҙың барыһына ла башҡорт телен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов билдәләүенсә, башҡорт теленән диктант яҙыу буйынса акция – ул белемде тикшереү түгел, ә киң йәмәғәтселектең иғтибарын башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһенә йәлеп итеү.

- Бөгөн ҡатнашыусыларҙың шул тиклем күп булыуын билдәләп, быйыл акция үҙенең төп маҡсатын уңышлы үтәне һәм халыҡ сараһына әүерелде, тип иҫәпләйем, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

2024 йылғы диктантта ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә электрон сертификаттар ебәреләсәк. Улар бер ай дауамында ҡатнашыусының электрон почтаһына йәки телеграм-бот аша киләсәк.

Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас