Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров янғын һүндереүселәрҙе Рәсәй янғын һағының 375 йыллығы менән ҡотлап, түбәндәге һүҙҙәрҙе еткергән:
“Хөрмәтле иптәштәр!
Был ваҡыт эсендә һеҙҙең хеҙмәтегеҙ формалашыу, ойоштороу структураһын һәм техник йыһазландырыуҙы үҫтереү юлын үтте. Ут менән көрәшсе һөнәре һәр ваҡыт ҡурҡыу белмәҫ, көслө кешеләр, ысын профессионалдар эше булған.
Башҡортостандың янғын һағы иң ышаныслы һәм мобиль ашығыс ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәренең береһе булып тора. Һеҙ кешеләрҙең, торлаҡ фондының, урман ресурстарының, бөтә инфраструктурабыҙҙың хәүефһеҙлеген һөҙөмтәле тәьмин итәһегеҙ.
Янғынға ҡаршы хеҙмәт ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ, улар беҙҙең өсөн батырлыҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө булып тора. Ут менән көрәштә кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн ғүмерен биргән геройҙарҙың исемдәре беҙҙең хәтерҙә мәңге һаҡланасаҡ. Янғын һүндереү бүлексәләре артабан да ҡалаларыбыҙҙы һәм ауылдарыбыҙҙы ут афәтенән һөҙөмтәле һаҡлар, тип ышанам.
Янғын һағы хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ауыр һәм яуаплы хеҙмәттәрендә уңыштар теләйем!”
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.