+21 °С
Болотло
Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевкә яңы исем бирелгән.
Уны йыл да уҙғарылған "TOP PEOPLE RUSSIA-2023" тантаналы сараһында тапшырғандар. Билдәле булыуынса, был сарала Рәсәйҙең иң уңышлы, билдәле кешеләрен төрлө номинациялар буйынса бүләкләйҙәр.
"Мин "халыҡ блогеры" булып танылдым. Белмәйем, ни тиклем мөһимдер, - тип был исемгә лайыҡмы икәненә аптырабыраҡ яҙған Рөстәм Нәбиев. - Шулай ҙа был исемде ҙур рәхмәт әйтеп ҡабул итәм".
Яҡташыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ!
Фото Р. Нәбиевтең сәхифәһенән.