Йәмғиәт
1 Май 2024, 10:00

Үҫмерҙәрҙе туҡмаған эшҡыуар ғәйебен “йыумаҡсы”

Бының өсөн ул МХО-ға барырға булған. Тик... 

Үҫмерҙәрҙе туҡмаған эшҡыуар ғәйебен “йыумаҡсы”Үҫмерҙәрҙе туҡмаған эшҡыуар ғәйебен “йыумаҡсы”
Үҫмерҙәрҙе туҡмаған эшҡыуар ғәйебен “йыумаҡсы”

Күптән түгел Иглин районында республиканы шаулатҡан ваҡиға булды. Билдәле эшҡыуарҙы ике улы һәм иптәше менән үҫмерҙәрҙе туҡмауҙа ғәйепләнеләр. Суд уларҙың бөтәһен дә тәфтиш барғансы ике айға СИЗО-ға ултыртты.

Әле асыҡланыуынса, эшҡыуар Рәүеф Ғабдуллин СИЗО-нан адвокаты Роман Петров аша иғлан яһаған. Төркөм менән хулиганлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнгән ир ғәйебен махсус хәрби операция биләмәһендә “йыуырға” теләк белдергән.

Уның әйтеүенсә, Егор Филлиповты туҡмау тураһында улар алдан һөйләшеп килешмәгән һәм үҫмерҙең һаулығына ауыр зыян килтерергә теләмәгәндәр. Ул хәҙерҙән әхлаҡи зыян өсөн дә, дауалау өсөн дә түләргә әҙер. Рәүеф Ғабдуллин Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә һәм МХО-ға китергә әҙер. Тик бының өсөн прокуратура менән тәфтиш комитеты ризалығы кәрәк.

Фото: Телеграм. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас