1 май, Яҙ һәм хеҙмәт байрамы уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө – хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһына сәскәләр һалды.
Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципалитет, министрлыҡ һәм ведомство, Өфө предприятиелары һәм ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Республика Башлығы профсоюз активы менән аралашты, уларҙы байрам менән ҡотланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, стела баш ҡаланың Киров районында 2022 йылдың ноябрендә асылды. Монумент Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм һуғыштан һуңғы илде тергеҙеү осоронда Башҡортостан халҡының хеҙмәт батырлығы иҫтәлегенә бағышланған. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән Өфөгә хеҙмәт батырлығы ҡалаһы статусын бирҙе.
Фотолар: Башҡортостан республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.