Йәмғиәт
5 Май 2024, 05:00

Владимир Путин маҡтаулы исемдәр биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

Биш яҡташыбыҙ араһында үҙ һөнәренең оҫтаһы Рәмзиә Кәримова бар. Ҡотлайбыҙ!

Владимир Путин  маҡтаулы исемдәр биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙыВладимир Путин  маҡтаулы исемдәр биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы
Владимир Путин маҡтаулы исемдәр биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин биш яҡташыбыҙға маҡтаулы исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Рәсми документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының мәғлүмәт тапшырыуҙарының төп редакцияһының махсус хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова-Байбулатова илебеҙ журналистикаһын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы исеменә лайыҡ булды.

Үҙ һөнәре оҫтаһы, танылған журналист Рәмзиә Кәримова- Байбулатованы беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңышлыҡтар теләйбеҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас