+21 °С
Болотло
Был турала социаль селтәрҙәрҙә “Лиза Алерт” ирекмәндәре хәбәр итә.
Иглин районының Таутөмән ауылында йәшәүсе өйөнән 25 мартта уҡ сығып киткән. Бер айҙан ашыу ғаиләһе уның ҡайҙалығын белмәй. Өйҙә ҡатынды дүрт балаһы көтә. Уларҙың иң бәләкәйенә туғыҙ йәш. Эҙләүҙәр ҡатындың нимә кейеп киткәнлеген белмәүҙәре арҡаһында ҡатмарлаша.
Әгәр ҙә һеҙ Алена Макарченко тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 һандары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: КП-Өфө.