Йәмғиәт
8 Май 2024, 16:50

Фидан Ғафаров ҡыҙы Самираны тыуған көнө менән ҡотлаған

Башҡорт эстрадаһы легендаһы Фидан Ғафаровтың икенсе ғаиләлә ҡыҙы үҫеүе, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте тураһында яҙғаныбыҙ бар ине. Ә бөгөн... 

Фидан Ғафаров ҡыҙы Самираны тыуған көнө менән ҡотлағанФидан Ғафаров ҡыҙы Самираны тыуған көнө менән ҡотлаған
Фидан Ғафаров ҡыҙы Самираны тыуған көнө менән ҡотлаған

"2009 йылдың 8 майында донъяға килде Ғафарова Самира Фидан ҡыҙы. Бөгөн минең берҙән-бер яратҡан ҡыҙымдың юбилейы – 15 йәш. Тыуған көнөң менән, балам!

Һиңә таҙалыҡ теләйем, мәктәптә уңыштар, матур һәм ғорурланырлыҡ бала булып үҫ. Мин ғорурмын һинең атайың булыуыңа. Беҙ һине яратабыҙ, ҡыҙым", - тип яҙған Башҡортостандың һәм Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Беҙ быға тиклем Фидан Ғафаровтың икенсе ғаиләлә үҫкән ҡыҙы, уларҙың үҙ-ара матур мөнәсәбәттә булыуы, бәләкәйерәк сағында Самираның атаһының концерттарында сығыш яһауы тураһында яҙғаныбыҙ бар ине.

Сығанаҡ: “Башҡортостаным/яңылыҡтар” төркөмө (vk.com/bashkortostanim)

Фидан Ғафаров ҡыҙы Самираны тыуған көнө менән ҡотлаған
Фидан Ғафаров ҡыҙы Самираны тыуған көнө менән ҡотлаған
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас