Йәмғиәт
11 Май 2024, 12:00

Йырсы Әнүәр Нурғәлиевтең нимәгә йәне көйә?

Социаль селтәрҙә Вадим Латиповты яҡлаусылар ҙа бар. “Ғәйепләнеүсенең колония-поселениеға ҡасан юлланыры суд ҡарарына ярашлы хәл ителә. Әгәр әлегә унда ебәрелмәгән икән, кеше 9 майҙы, йәғни Еңеү көнөн билдәләүгә хоҡуҡлы түгелме?” – ти ҡайһы берәүҙәр. 

Йырсы Әнүәр Нурғәлиевтең нимәгә йәне көйә?Йырсы Әнүәр Нурғәлиевтең нимәгә йәне көйә?
Йырсы Әнүәр Нурғәлиевтең нимәгә йәне көйә?

Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма менән уртаҡлашты. Ул туғаны – блогер, күп бала әсәһе Диана Сәфәрованың үлемендә ғәйепләнеүсе Вадим Латиповтың әле булһа иректә булыуына ризаһыҙлыҡ белдергән.

Быға тиклем хәбәр итеүебеҙсә, суд Латиповты ете йылға колония-поселениеға ебәреү тураһында ҡарар сығарғайны.

Йырсының социаль селтәрҙәге төркөм һәм каналында яҙылыусылары уға аварияла ғәйепләнеүсе ирҙең 9 майҙа дуҫтары менән шашлыҡ ҡурыуы, байрам парадында йөрөүе хаҡында хәбәр итеп, фотолар һалған.

“Кем миңә аңлатыр, был нимә? Ул туғанымдың үлгән көнөн билдәләйме? Диның үлеменә бер йыл тигәндә һөйәктәр өҫтөндә байрам”, - тип көйөнөп яҙған Әнүәр Нурғәлиев.

Белеүегеҙсә, Диана Сәфәрованың бынан бер йыл элек, 2023 йылдың 9 майында Шишмә ҡасабаһында булған юл-транспорт аварияһында һәләк булды. Уның өс бәләкәй балаһы ҡалды.

Социаль селтәрҙә Вадим Латиповты яҡлаусылар ҙа бар. “Ғәйепләнеүсенең колония-поселениеға ҡасан юлланыры суд ҡарарына ярашлы хәл ителә. Әгәр әлегә унда ебәрелмәгән икән, кеше 9 майҙы, йәғни Еңеү көнөн билдәләүгә хоҡуҡлы түгелме?” – ти ҡайһы берәүҙәр. Улар йырсыны туғанының үлемендә хайп эшләргә теләүҙә ғәйепләй. 

Шул уҡ ваҡытта “Суд ғәйепле тип табып, хөкөм ҡарары сығарған икән, ул үтәлергә тейеш”, "Бындай ҡайғыны кисергән кешелә хайп эшләү теләге юҡ. Ул былай ҙа билдәле. Әнүәр бары тик ғәҙеллек булдырыу яҡлы", - тип йырсыны яҡлаусылар ҙа күп.

Фотолар: Ә.Нурғәлиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән һәм Башньюс сайтынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас