Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев сираттағы бейеклеген яуларға йыйына. Иртәгә, үҙенең тыуған көнөндә, ул тамашасылар хөкөмөнә тәүге йырын сығармаҡсы. "Атай-әсәйем мине ишетһен" тип атала ул. Унда:
Ямғыр туҡылдата, ямғыр туҡылдата
Һәм күҙ йәштәре ҡыйыҡтан ағып төшә,
Мин һөйөүҙе белмәгәйнем, мин уны белдем,
Атай-әсәйем мине ишетһен, -
тигән юлдар бар.
Рөстәм был хаҡта май башында үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте. "Атай-әсәйемә, уларҙың иҫтәлегенә бағышлап йыр яҙҙылар. Минең музыкаль белемем юҡ, тауышым да иҫ киткес түгелдер, артист түгелмен. Әммә был - минең беренсе йырым, уның аша үҙемдең йән әрнеүҙәрен, мөхәббәтемде белдергем килә", - тигән ул.
Ә ошо көндәрҙә ул бер ҡосаҡ раузалар гөлләмәһе тотоп ата-әсәһенең ҡәберенә барып килде. Бер йәшендә генә әсәйһеҙ ҡалһа ла, яҡшы кеше - ул, туған, ир, атай булып үҫеүе мөһим уның.
Фото һәм видео: Р. Нәбиевтең шәхси архивынан.