Бөгөн үҙенең матур ғүмер байрамын – тыуған көнөн билдәле блогер, көслө рухлы яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев билдәләй. Уға 32 йәш тулды.
Рөстәмде бар республикала ғына түгел, ә тотош илдә беләләр. Ул армияла хеҙмәт иткән сағында казарма емерелеп, ике аяҡһыҙ ҙа ҡалған егет. Тик ошо сәбәпле һынманы, киреһенсә, көслөрәк булып китте. Яратҡан ҡыҙына өйләнеп, ғаилә ҡорҙо. Әле улар Индира менән ике ҡыҙ үҫтерә.
Рөстәм үҙенең өлгөһөндә инвалид кешеләр ҙә тулы тормош менән йәшәй алғанын дәлилләй һәм халыҡ уны ошоноң өсөн ярата ла.
Егеттең быйылғы тыуған көнө шуның менән дә үҙенсәлекле – тап бөгөн ул үҙе башҡарған яңы йырҙы сығарҙы. “Миңә бөгөн 32. Һәм тыуған көнөмдө миңә ошо матур тормошто бүләк иткән ата-әсәйемә рәхмәт әйтеүҙән башлағым килә. Бөгөн улар минең янда түгел, шуға күрә уларға арнап йыр яҙҙырҙым. Улар мине ишеткәндер тип ышанам”, – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.
Билдәле булыуынса, Рөстәмдең әсәһе электән үлгән, ә атаһының вафат булыуына яңы ғына ике йыл тулды.
Беҙгә йыр оҡшаны, ә һеҙгә?
Фото һәм видео: социаль селтәрҙәр.