Йәмғиәт
15 Май 2024, 10:15

Балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ

Илебеҙҙә бала табыу һәм тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар булдырыла: яңы балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөлә, әсәлек капиталы арттырыла, күп балалы ғына түгел, хатта бер бала тәрбиәләгән ғаиләләргә лә төрлө ярҙам саралары ҡарала. Әммә, күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, тыуым кимәле кәмей, йәш ғаиләләр бала табыуҙы артҡы планға ҡалдырыуҙы хуп күрә...

Балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫБалаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ
Балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ

Быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы йәшәйебеҙҙәге үтә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе, йәмғиәтебеҙҙә быуаттар буйына нығынған ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүҙе, әсәлекте, атайлыҡты, балалыҡты яҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Илебеҙҙә бала табыу һәм тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар булдырыла: яңы балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөлә, әсәлек капиталы арттырыла, күп балалы ғына түгел, хатта бер бала тәрбиәләгән ғаиләләргә лә төрлө ярҙам саралары ҡарала. Әммә, күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, тыуым кимәле кәмей, йәш ғаиләләр бала табыуҙы артҡы планға ҡалдырыуҙы хуп күрә. Ә бит белгестәр атай-әсәй булыуҙы һуңға ҡалдырыуҙың насар эҙемтәләргә килтереү ихтималлығын билдәләй.

Кисектерелгән әсәлек

Аҡса эшләүҙе, карьераны, шәхси маҡсаттарҙы беренсе урынға ҡуйып, әсәлекте артҡа шылдырыу дөрөҫмө һуң? Үкенескә ҡаршы, 25 йәшлек гүзәл зат менән 40 йәшлектең йөклөлөгө бер үк нимә түгел. Эйе, 40 йәштә ул аяғында ныҡлы баҫып тора, матди хәле тотороҡло, йәғни хәҙер әсәй булырға ла мөмкин. Әммә барыһы ла беҙ уйлағанса барып сыҡмауы ла бар, сөнки 35 йәштән һуң репродуктив функцияның һүнеү билдәләре күҙәтелә башлай.

Табип нимә ти?

– Эйе, 35 йәштән ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив функцияһы кәмей башлай. Ғөмүмән, йомортҡалыҡтарҙың һүнеүенең тәүге билдәләре 27 йәштә үк барлыҡҡа килә. Ә 35 йәштән һуң  фолликулдарҙың һаны кәмеп кенә ҡалмай, ә йомортҡа күҙәнәктәренең сифаты боҙола. Беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға бер нисек тә тәьҫир итә алмайбыҙ. Был – ҡатын-ҡыҙ физиологияһы. Шуға күрә бала табыуҙы һуңға ҡалдырырға ярамай – ошоно йәмғиәткә еткерергә кәрәк. Беҙгә 35 – 40 йәшлек, унан өлкәнерәк ҡатындар килә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт үткән була, – ти юғары категориялы табип-акушер-гинеколог-репродуктолог, Республика медицина-клиник үҙәгенең бүлек мөдире, медицина фәндәре кандидаты Әлфиә Теләш ҡыҙы Соғорова (Сугурова).

Табиптары билдәләүенсә, беҙҙең республикала ирле-ҡатынлы парҙарҙың 16 проценты самаһы балаһыҙ. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме буйынса, бына был нисбәт 10 проценттан ашҡанда, проблема дәүләт кимәленә сығарыла, йәғни беҙҙә ЭКА программалары юҡҡа ғына әҙерләнмәй.

Эйе, бөгөнгө медицина шарттарында түлһеҙлек хөкөм ҡарары түгел. ЭКА – түлһеҙлекте дауалауҙың һөҙөмтәле алымдарының береһе. Ләкин уның ярҙамында беренсе тапҡырҙан ауырға ҡалыуға бер ниндәй ҙә гарантия юҡ. Үкенескә күрә, күп парҙар бының өсөн бер нисә йылын сарыфлай.

Әлфиә Теләш ҡыҙы билдәләүенсә, бөгөн Башҡортостан Республикаһында ЭКА-ға квота көтөү ваҡыты, йәғни сират, йыл ярым тәшкил итә.

– Әгәр былтыр уртаса көтөү ваҡыты 9 – 11 ай булһа, быйыл сират артты. Квота алыу менән, ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса ЭКА программаһын үтә. Уртаса алғанда, пациент мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса ЭКА-ны йылына бер тапҡыр яһата ала. Әгәр йөклөлөк булмаһа, йәнә документтар йыя һәм уларҙы квотаға бирә, – тип аңлатты табип.

Башҡортостанда балалы ғаиләләргә ниндәй ярҙам тейеш

  • Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие

Килеменә ҡарамаҫтан, һәр ғаилә 28294,95 һум ала. Сумманы Рәсәй Социаль фонды эшләгән ата-әсәләрҙең береһенә сабыйҙың тыуыуын теркәү факты буйынса түләй, ғариза яҙырға кәрәкмәй. Ата-әсә эшләмәгән осраҡта, Рәсәй Социаль фондының клиент хеҙмәтенә йәки йәшәгән урын буйынса күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша юлларға кәрәк.

  • Йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие

Пособиеның минималь күләме – 10 611,33 һум йәки алдағы ике календарь йылда эшләгән  уртаса хеҙмәт хаҡынан 40 процент. 2024 йылда пособие тәғәйенләгән осраҡта был сумманың максималь күләме – 49 123,12 һум. Пособие балаға йәш ярым тулғансы уны ҡараған атаға йәки әсәгә тәғәйенләнә. Был аҡсаны әсәй, атайҙан тыш, башҡа яҡын туғандар, опекундар ҙа юллай ала.

  • Бала тыуыуға һәм уны тәрбиәләүгә бәйле берҙәм пособие

Ғаиләнең йән башына уртаса килеме республикала йән башына билдәләнгән йәшәү минимумынан кәмерәк тәшкил иткән, 17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә түләнә.

Пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең мөлкәт тәьминәте һәм ата-әсәнең мәшғүллеге иҫәпкә алына. Минималь күләме – 6 670 һум, максималь күләме – 13 340.

  • Әсәлек капиталы

Балаһы тыуған һәр ғаиләгә тейеш. 2024 йылда уның суммаһы 630 380 һум тәшкил итә. Әгәр ғаилә беренсе балаға әсәлек капиталы алған булһа, икенсе сабый тыуған осраҡта, 202 643 күләмендә аҡса түләнә. Ә инде бығаса әсәлек капиталы хоҡуғы менән бөтөнләй файҙаланмаған булһа, икенсе йәки артабанғы балаһы тыуған осраҡта, 833 024 һум түләү ала.

Был балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының бер өлөшө генә. Һылтанма буйынса башҡа төрлө ярҙам саралары менән танышырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/longreads/longreads/2024-01-31/chto-v-bashkirii-polozheno-semyam-s-detmi-v-2024-godu-3624953 

Ярҙам саралары арта

Дәүләт әле лә, киләсәктә лә тыуымды арттырыу яҡлы – балалы ғаиләләргә ярҙам бар, буласаҡ һәм ул арттырыласаҡ ҡына. Тап шуға күрә лә Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә яңы башланғыс “Ғаилә” милли проекты тураһында белдерҙе. Шулай уҡ 2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде.

– Балалы ғаиләләрҙең йәшәү сифатын,  тыуым кимәлен арттырыуға булышлыҡ иткән даими эш кәрәк. Шуның өсөн “Ғаилә” тип аталған яңы милли проектты башлайбыҙ, – тине Президент.

Тыуым кимәле ил буйынса уртасанан кәмерәк булған төбәктәр 75 миллиард һумдан кәм булмаған ярҙам аласаҡ, тине ул. был сумма тулыһынса ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтеләсәк.

– Әле, өсөнсө бала тыуғас, дәүләт ғаиләнең ипотека кредитының бер өлөшөн – 450 мең һумды түләй. Ошо ярҙам сараһын 2030 йылға тиклем оҙайтырға тәҡдим итәм, – тине Владимир Путин. Уның һүҙҙәренсә, 2024 йылда ошо маҡсатта 50 миллиард һум йүнәлтелә.

 Һандар

2023 йылда республикала тыуым коэффициенты мең кешегә ҡарата 8,7 яңы тыуған сабыйҙы тәшкил иткән. Былтыр репродуктив йәштәге бер ҡатынға уртаса 1,41 бала тура килгән.

 БЕЛГЕС ФЕКЕРЕ

Яна Альберт ҡыҙы СКРЯБИНА, иҡтисад фәндәре кандидаты, “Ғаилә” үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының демографик процестарҙы һәм ғаилә-никах мөнәсәбәттәрен анализлау бүлеге начальнигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре:

– Әлеге ваҡытта ХХ быуаттың 90-сы йылдарында тыуған аҙ һанлы быуын әүҙем репродуктив йәштә. Ул саҡта социаль-иҡтисади факторҙар тыуым динамикаһына ныҡ йоғонто яһаны, күптәр йәшәү кимәленең насарайыуын, килемдең түбәнәйеүен, эшһеҙлек барлыҡҡа килеүен үҙ миҫалында татыны. Ошондай шарттарҙа бихисап ғаиләләр бала табыуҙы, хатта беренсеһен дә, социаль-иҡтисади хәл яҡшырған осорға тиклем тип кисектереүҙе хуп күрҙе.

Илебеҙҙә, республикала балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы, тыуымға булышлыҡ итеү системаһы үҫешкән. Бындай ярҙам саралары бик мөһим һәм кәрәк. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ демографик сәйәсәттә иғтибарҙы тыуымға ярҙам итеүҙең иҡтисади сараларына йүнәлттек. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә ғаиләле, балалы булып йәшәү рәүеше, ғаилә, бала, әсәлек, атайлыҡ, аталыҡ ҡиммәттәре түбәнәйә. Бөгөнгө йәштәр заманса ысынбарлыҡҡа яуап биргән үҙ тормош циклының оптималь моделен эҙләй. Улар белем алыуға, матди именлеккә, йәшәү кимәленә һәм сифатына юғары талаптар ҡуя. Ошо ҡиммәттәр ғаилә һәм балалар ҡиммәттәренән өҫтөнөрәк була бара. Шулай уҡ яңы күренеш – әсәлектең “ҡартайыуы” барлыҡҡа килде. Был үҙ сиратында балаһыҙ ҡалыу хәүефен арттыра.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ
Балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ
Балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ
Балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ
Балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ
Балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас