Йәмғиәт
15 Май 2024, 05:00

Һуғыш айырған апайлы-һеңлеле табышҡан

Людмила Андреевна туғандары менән ҡабат күрешеүгә өмөтөн өҙгән була, улар һәләк булғандыр, тип уйлай.

Һуғыш айырған апайлы-һеңлеле табышҡанҺуғыш айырған апайлы-һеңлеле табышҡан
Һуғыш айырған апайлы-һеңлеле табышҡан

Бер туған апайлы-һеңлеле Людмила һәм Ольга Шульгиналар Украинала барған хәлдәр арҡаһында ике йыл элек бер-береһен юғалта. Ошо көндәрҙә улар Башҡортостан ирекмәндәренең ярҙамы менән Мариуполдә осрашып, яңынан бер-береһен табыу шатлығын кисергән. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итте.

Мариуполде утҡа тота башлағастар, ҡатындарҙың өлкәне – Людмила Андреевна ҡаланан эвакуациялана. Элемтә бәйләнеше булмағанға күрә, туғандарына был хаҡта әйтә алмай.

Тәүҙә ул Өфөгә эләгә, бында “Элемтәсе” ваҡытлыса тороу пунктында йәшәй, артабан Октябрьский ҡалаһындағы ҡарттар йортона урынлаша. Ул инде туғандары менән ҡабат күрешеүгә өмөтөн өҙгән була, улар һәләк булғандыр, тип уйлай.

Был ваҡыт дауамында һеңлеһе уны эҙләгән. Дондағы Ростовтағы “Көньяҡ” эҙәрмәндәр берләшмәһе ирекмәне Александр Янченконың ярҙамы менән туғандар бер-береһен табып, видеобәйләнеш аша аралаша алды.

Ошо хәлдән һуң Людмила Андреевна туғандарын күрергә генә түгел, Мариуполгә кире ҡайтырға теләүен белдерә. Ирекмәндәр уны поезда Дондағы Ростовҡа алып бара, бында уны Донецк әүҙемселәре ҡаршы ала һәм тыуған ҡалаһына тиклем оҙатып ҡуя. Шулай итеп, туғандар ике йылдан һуң һағынышып күреште.

Яҡындары Людмила Андреевнаның ҡайтыуына әҙерләнгән – фатирын ремонтлаған, сөнки ул атыш мәлендә ныҡ ҡына зыян күргән була. Әлеге ваҡытта апайлы-һеңлеле туғандар документтарын тергеҙеү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнә.

Сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас