Йәмғиәт
17 Май 2024, 15:00

Был яҡҡа яңынан ҡыш килде

Быйылғы майға ни булған?!

Был яҡҡа яңынан ҡыш килдеБыл яҡҡа яңынан ҡыш килде
Был яҡҡа яңынан ҡыш килде

Аптыратты быйылғы май: күптән түгел генә республиканың ҡайһы бер райондарында ҡар яуып, барлыҡ үҫемлектәрҙе туңдырып әрәм итһә, әле Йылайыр районының Юлдыбай ауылында боҙборсаҡ яуып үткән.

Сибай ҡалаһында ла бер аҙ яуып алды, әммә боҙборсаҡ ҙур түгел ине. Ә бына Юлдыбайҙа... Әйтерһең дә, ҡайтанан ҡыш булды. Күп кешеләрҙең баҡсалары, алмағастары өсөн йөрәктәре әрнене, ни тиһәң дә, кемдер теплицаларына ҡыштан үҫтергән үҫентеләрен сығарып йә иһә сәсеп тә өлгөргән ине лә бит...

Ҡалайтаһың, тәбиғәт һынауҙарына ҡаршы тороп булмай шул.

Ә һеҙҙең яҡтарҙа хәлдәр нисек? Боҙборсаҡ яуып кәйефтәрегеҙҙе боҙманымы?

Фото һәм видео: ирекле сығанаҡтан

Был яҡҡа яңынан ҡыш килде
Был яҡҡа яңынан ҡыш килде
Автор:Карима Усманова
Читайте нас