Йәмғиәт
17 Май 2024, 14:20

Өфө үҙәгендә бер аҙнаға урамдар ябыла

Был хәл Халыҡ-ара “Китап байрамы”н үткәреүгә бәйле, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтендә.

Өфө үҙәгендә бер аҙнаға урамдар ябылаӨфө үҙәгендә бер аҙнаға урамдар ябыла
Өфө үҙәгендә бер аҙнаға урамдар ябыла

Транспорт хәрәкәте йәрминкә барған урындарҙа 21 майҙа төнгө 12 сәғәттән 28 май төнгө 12-гә тиклем Пушкин (Цюрупа урамынан Ленин урамына хәҙәр) һәм Совет (Зәки Вәлиди урамынан Пушкин урамына тиклем) урамдарында сикләнә.

Йәмәғәт транспорты Ленин, Коммунистик һәм Цюрупа урамдары аша урап йөрөйәсәк.

Водителдәрҙе ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һәм маршрутты алдан планлаштырыуҙарын үтенәләр.

Инфографика: Өфө хакимиәте

https://resbash.ru/news/transport/2024-05-16/v-tsentre-ufy-na-nedelyu-perekroyut-ulitsy-3768416

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас