Яңауыл районы ҡыҙы Наташа Хәйерзаманова 24 йылдан ашыу инде ауылда хеҙмәт итә. Тәүҙә “Победа” йәмғиәтендә һыйыр һауыу операторы булып эшләй, аҙаҡ “Агрофирма “Урада” йәмғиәтенә эшкә күсә.
Тормошҡа сыҡҡандан һуң Вотяк Ураҙы ауылынан Кониг ауылына күсенергә тура килә. Улы тыуғандан һуң фермала эшләй башлай. Заманында әсәһе лә һауынсы булған уның, тип яҙа “Янаульские зори”.
“Эшем ауыр булһа ла, мин уны яратам. Хеҙмәт көнөм иртәнге сәғәт 4-тә башлана, ярты сәғәттән вахта автобусы мине һыйырҙарым янына илтә. Уларҙың да беҙҙеке кеүек кәйефтәре булмауы мөмкин, һәр береһенең үҙ холҡо, үҙ характеры тигәндәй. Уртаҡ тел табырға, йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәҫкә тура килә. Арҡаларынан һыйпаһаң, уларҙың да күңелдәре йомшарып китә, иркәләүҙе кем яратмаһын!”– тип йылмая һауынсы.
Хеҙмәтенә ихлас мөнәсәбәт производство күрһәткестәрендә лә яҡшы күренә. Ул - һөнәри оҫталыҡ буйынса район һәм төбәк конкурстарында еңеүҙәр һәм приздар яулаған алдынғы һауынсы. Шулай ҙа Наташа Валерьевнаның иң ҙур ҡаҙанышы, үҙе әйтеүенсә, татыу, берҙәм ғаиләһе.
Ире Айрат Владимирович менән улар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Линар улдары башлы-күҙле булған да инде, ғаиләһе менән Яңауылда йәшәй, ике ҡыҙ үҫтерә.
Наташа Хәйерзаманованы ауыл хеҙмәте арытмайҙыр, күрәһең, аҙбар тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай улар. Өҫтәүенә баҡса мәшәҡәттәре, йорт-ихата эштәре. Тик хужабикә зарланырға яратмай.
Рөстәм Сангов фотоһы.
Сығанаҡ: https://yanzori.com/articles/society/2024-05-11/k-kazhdoy-korovke-nuzhen-svoy-podhod-3761424