Кисә интернетта яңылыҡ таралды: Белорет районындағы киң билдәле Ҡараташ (Айғыр) тауына менеү өсөн түләргә тура киләсәк. Бынан ары, ҡаяға менеп матур тәбиғәт менән һоҡланыу, иҫтәлеккә фотолар эшләү бер кешегә 200 һум торасаҡ.
"Айғыр" спорт туризмы үҙәге был аҡса сүп-сарҙы йыйыуға, хәүефле урындарға пандустар, баҫҡыстар төҙөүгә тотоноласаҡ тип аңлата. Яңылыҡ социаль селтәрҙә таралыу менән халыҡ ризаһыҙлыҡ белдерә башланы. Ни өсөн беҙ үҙебеҙҙең тыуған еребеҙҙә урынлашҡан тауға түләп менергә тейеш тигән һүҙҙәр таралды.
Шул уҡ ваҡытта тау приюты хакимиәте аҡса йыйыуҙы ойошторған “Айғыр” үҙәгенә ҡағылышыбыҙ юҡ тигән. “Беҙ бер ҡасан да өмәләр, сүп-сар сығарған, маршруттарҙы маркировкалаған, һуҡмаҡтарҙы таҙартҡан, янғындарҙы һүндергән һәм маршрутта зыян күргәндәргә ярҙам иткән өсөн аҡса йыйманыҡ һәм йыймайбыҙ. Быларҙың барыһын да үҙебеҙҙең аҡсаны һалып эшләйбеҙ”, – тип белдерҙеләр приют хакимиәтендә.
Әле билдәле булыуынса, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәсьәләне тикшерергә ниәтләй. Улар ҡаяға менеү түләүле булырға тейеш түгел тигән журналистарға.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ҡая башы һәм юлы таҙа булһын өсөн аҡса түләргә ризаһығыҙмы?
Фото: "Айғыр" приюты.