Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2024, 13:00

Балаң фани донъянан үҙеңдән алда китмәһен ине ул...

Ҡыҙым ялды белмәне, өҫтөнә кейем алманы. Диванда ятып берәй кино ҡарағанын, йә телефон тотоп ултырғанын күрмәнем...

Балаң фани донъянан үҙеңдән алда китмәһен ине ул...
Балаң фани донъянан үҙеңдән алда китмәһен ине ул...

Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына бер әсәнең хатын тәҡдим итәбеҙ. Бәлки, кемдер уҡып уйланыр, фәһем алыр.

“Ҡыҙҙар, донъя ҡыумағыҙ, зинһар! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, ҡәҙерләгеҙ! Мин бер бөртөк ҡыҙымды юғалтҡанға биш йыл тулып килә. Зерә лә эшлекле булды, ныҡ сәмләнеп донъя көттө. Йортон таҙарта башлаһа, ремонт яһаһа, төн йоҡоларын ҡалдырып эшләне. Баҡса мәле етһә, уныһын көн-төн тәрбиәләне. Баҡсаһында бер бөртөк сүп тапмаҫһың ине. Яңы диван алам, яңы ишектәр ҡуйҙыртам тип янып йәшәне. Унан кейәүҙе күндереп, пристрой эшләтеп, уныһын иҫ китмәле итеп биҙәп, яңы мебель алып ултыртты. Ялды белмәне, өҫтөнә кейем алманы. Диванда ятып берәй кино ҡарағанын, йә телефон тотоп ултырғанын күрмәнем. Донъяһын ялтыратып, яңыртып ҡуйҙы ла, ҡапыл беҙҙе ташлап китте. Тромбы өҙөлгән тинеләр.

Кейәү өйләнде. Хәҙер ул йыйған донъяға сит ҡатын хужа булып йәшәп ята. Ике ейәнемде күрергә барғанда йөрәгем өҙөлөп ҡайта. Ҡыҙым ҡәҙерләп тотонған әйберҙәр туҙып ята, баҡсаһының да йәме киткән. Ә нимә эшләйһең? Өндәшмәйем, ейәндәремде ҡосаҡлап яратып алам да, ҡайтып илайым.

Бала ҡайғыһы бигерәк ауыр шул. Балаҡайҙар, әсәйҙәрегеҙҙе уйлағыҙ. Беҙҙән алда китмәгеҙ был донъяларҙан!..”

Сығанаҡ: https://vk.com/bashdonya

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас